«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһайәт премьер-министрлы ла булдыҡ



26.11.2015 Ниһайәт премьер-министрлы ла булдыҡ

Ниһайәт премьер-министрлы ла булдыҡРөстәм Хәмитов Рөстәм Мәрҙәновты Башҡортостандың Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның кандидатураһын төбәк Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте. Республика парламенты депутаттары тәҡдимде хупланы. Рөстәм Хәмитов депутаттар алдында Рөстәм Мәрҙәновты республика Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы тәғәйенләнгән Премьер-министр кешелек потенциалын үҫтереү төп өҫтөнлөк буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн белемемде, көсөмдө һәм тәжрибәмде ҡулланырға һүҙ бирәм», — тине ул.

Рөстәм Хәбиб улы Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты. 2013 йылдан — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. Ошо вазифала ул Финанс министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм башҡа ведомстволарҙың эшмәкәрлеген күҙәткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға