«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белорет, Иглин районында - һыу баҫыу



24.11.2015 Белорет, Иглин районында - һыу баҫыу

Белорет, Иглин районында - һыу баҫыуЭс бошорлоҡ көн торошо ямғырҙар һәм боҙлауыҡ килтерҙе. Ә бына Белорет районының Инйәр-Арышпар-Ноҡат ауылдары араһындағы автомобиль юлы 350 метр арауығында һыу аҫтында ҡалды. Һөҙөмтәлә был ауылдарға транспорт үтә алмай. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында юл техникаһы эшләй.

Иглин районында Ауструм ауыл биләмәһендәге Эҫем йылғаһы аша һалынған понтонлы күпер ҙә һыу аҫтында ҡалған. Уның аша Пятилетка һәм Преображенка ауылдары бәйләнештә булған. МЧС хеҙмәте белдереүенсә, бар нәмә контролдә тотола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға