«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнөслө яңылыҡ!



20.11.2015 Һөйөнөслө яңылыҡ!

Һөйөнөслө яңылыҡ!Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Йәштәр тауышы" исемле VII йәш яҙыусыларҙың әҙәби фестивале йомғаҡланды. Унда ошо серияла китаптары сыҡҡан йәш яҙыусы-шағирҙар ҡатнашты.

Фестивалдең төп призын - 100 мең һумлыҡ сертификатты "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин яуланы. Шулай уҡ "Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманова 70 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Йәш яҙыусы Артур Ҡазыхановҡа 50 мең һумлығы эләкте. Гөлнара Мостафинаға, Рәйлә Сабитоваға, Тимур Рәхмәтуллинға дәртләндереү приздары бирелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға