«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбелә - «Ҡыш Бабай-2016»



17.11.2015 Силәбелә - «Ҡыш Бабай-2016»

Силәбелә тәүге тапҡыр «Ҡыш Бабай-2016» башҡорт Ҡыш бабайҙары конкурсы үтәсәк. Унда 18 йәштән алып Ҡыш бабайҙар ҡатнаша ала. Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Ҡыш бабайҙарға ике конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителә. Тәүгеһе — дефиле, бәйгеселәр үҙҙәренең образын күрһәтергә тейеш. Икенсе конкурс «Ҡыш бабайҙың визит карточкаһы» тип атала. Конкурсантҡа башҡортса шиғыр, йыр-моң ярҙамында үҙе тураһында һәм ни өсөн тап ул иң яҡшы Ҡыш бабай икәнлеге хаҡында һөйләргә кәрәк. Сығыш өсөн ике минут бирелә. Еңеүселәрҙе Яңы йыл бүләктәре һәм аҡсалата приздар көтә. Гран-приҙың суммаһы биш мең һум тәшкил итә.
Силәбелә - «Ҡыш Бабай-2016»Беҙҙең китапхана. Бында ҡарға сумған шыршы ла, Ҡыш бабай ҙа тормай ине.
Хәҙерге заман технологиялары ниндәй мөғжизә тыуҙыра!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға