«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Samsung Galaxy S6 edge телефоны эйәһен ҡотҡарған



16.11.2015 Samsung Galaxy S6 edge телефоны эйәһен ҡотҡарған

Samsung Galaxy S6 edge телефоны эйәһен ҡотҡарғанSamsung Galaxy S6 edge телефоны эйәһен ҡотҡарған14 ноябргә ҡараған төн Франция өсөн ысын мәғәнәһендә тамуҡҡа әйләнде. Париж ҡалаһында эҙмә-эҙлекле бер нисә террор акты булды. Ресторан-кафеларҙы утҡа тотоу, стадионда бомба шартлатыу, концерт тамашасыларын аманатҡа алыу ИГИЛ боевиктары тарафынан башҡарылды.

Теракт мәлендә бер кешенең ғүмерен телефоны һаҡлап ҡалған. Баҡтиһәң, Сильвестр исемле егет телефондан һөйләшкән мәлдә шартлау яңғыраған. Бомба ярсығы гаджеттың артына килеп тейгән һәм смартфон шуның менән ҡалҡан ролен үтәгән.

Samsung Galaxy S6 edge телефоны шулай итеп эйәһен ҡотҡарған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға