«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алыҫ юлға йөрөүсе водителдәре ҡаршылыҡ акцияһы



11.11.2015 Алыҫ юлға йөрөүсе водителдәре ҡаршылыҡ акцияһы

Алыҫ юлға йөрөүсе водителдәре ҡаршылыҡ акцияһыБашҡортостандың алыҫ юлға йөрөүсе водителдәре ҡаршылыҡ акцияһына ҡушылды.
Ауыр йөк автомашиналарын йөрөтөүсе дальнобойщиктар федераль юлдарҙан үткән өсөн һалымға ҡаршы. 12 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы машина өсөн һәр саҡрымға 3 һум 73 тин түләргә кәрәк буласаҡ. Шуның менән йәнәһе лә юлдарға килгән зыян ҡаплана.

Тик - таяҡтың икенсе осо беҙгә, ябай халыҡҡа төшәсәк. Фургонлы оло машиналарҙа аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш тауарҙарын ташыйҙар. Һөҙөмтәлә бар нәмәгә хаҡ күтәреләсәк, бый ҙа көрсөктән ыҙалаусы кешеләр тамам хәйерселеккә төшәсәк.

Ошоно күҙ уңында тотҡан дальнобойщиктар республикабыҙҙы көнсығыштан көнбайышҡа киҫкән М5 трассаһында туҡталыш яһаны. Улар шуның менән юл хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ яһаны. Бындай акциялар Рәсәйҙең башҡа юлдарында ла ҡабатланасаҡ.

Нимәһе ҡыҙыҡ - водителдәр бер-береһе менән 27 МГц йышлығында СиБи радио элемтәһе аша хәбәрләшә, социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙемдәр. Юл һалымына ҡаршы акцияларҙы ойоштороу уларға еңел. Моғайын, власть был ҡаршылыҡҡа иғтибар итер тип ышанғы килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға