«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан спортсылары исемле стипендия ала



06.12.2010 Башҡортостан спортсылары исемле стипендия ала

Ағымдағы йылдың 1 июленән 300 спортсы һәм тренерға БР Президентының социаль стипендияһы түләнә. Стипендиялар спортсының ҡаҙаныштары, йәше, ҡайһы спорт төрөндә сығыш яһауына ҡарап, 6 мең һумдан 35 мең һумғаса. Ә тренерҙарға – 10-20 мең һум.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы стипендияға дәғүә итеүсе 500 кеше араһынан 255 спортсыны һәм 45 тренерҙы һайлап алды, тип хәбәр итә был ведомство белгесе Лилиә Мөрсәлева. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 25 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Стипендияға лайыҡ булыусы спортсылар араһында Елена Савельева (бокс), Нияз Фәйзуллин (бокс), Элина Ғәлиева (скелетон), Максим Чудов (биатлон), Ләйсән Раянова (тау саңғыһы спорты), Лилиә Шобухова (еңел атлетика), Ирек Зарипов (саңғы, биатлон, инвалидтар спорты), Нелли Ерофеева (еңел атлетика, инвалидтар спорты) бар (тулы исемлек министрлыҡтың рәсми сайтында).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға