«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө ҡыҙҙарын Оксана Федорова һайлай



02.12.2010 Өфө ҡыҙҙарын Оксана Федорова һайлай

14 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа «Мисс Өфө - 2010» матурлыҡ конкурсы үтәсәк. Сара «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторола. Финалға сығыу өсөн кастинг үткән 20 һылыу көс һынашасаҡ.
Әле ҡыҙҙарҙы конкурсҡа хорегрофтар, стилистар, визажистар, дефиле буйынса инстуркторҙар әҙерләй. Уларҙың 15-е генә финалға үтәсәк.
Әйткәндәй, Өфөнөң иң матур ҡыҙын һайлау өсөн Оксана Федорова килмәксе. Донъяның иң сибәр һылыуҡайҙарының береһе булған Оксана беҙҙең баш ҡалаға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауын хәбәр итә.
«Мисс Өфө - 2010» титулына эйә буласаҡ ҡыҙ еңеүсе тажынан тыш, ҡиммәтле шәшке тун менән дә бүләкләнә. Шулай уҡ Өфөнөң 2010-сы йылғы иң матур ҡыҙы беҙҙең республиканан Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыу хоҡуғына ла эйә буласаҡ.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға