«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина - 21-се



02.12.2010 Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина - 21-се

ҡыш та тәүге һыуығы менән аяҡ баҫты, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандырып донъя кубогы өсөн тәүге этап ярыштары старт алды. Швецияла башланған бәйгелә беренсе булып ҡатын-ҡыҙҙар 15 саҡырым араға шәхси беренселеккә ярышты. Рәсәйҙен стартҡа билдәле Ольга Зайцева, Светлана Слепцова, Анна Богалий-Титовец, Яна Романова, Екатерина Юрлова һем беҙҙең өмөтөбөҙ, Белорет һылыуы Ольга Вилухина сыҡтылар. Алдан уҡ әйтергә кәрәк, ярыш беҙҙәң спортсылар өсөн әллә ни уңышлы булмаһа ла, тәүге бәйге булыуына күрә ярайһы ғына һөҙөмтәле үтте. Әйтәйек, Света атыу рубежында өс тапҡыр яҙа атып, ярышты һигеҙенсе булып тамамлаһа, Зайцева ике тапҡыр хаталанып финишҡа алтынсы килде. Ә бына йәш биатлонсыбыҙ Яна Романова сәпкә оҫта атһа ла, тиҙлек буйынса лидерҙан күпкә артта ҡалды. Ул-бишенсе. Богалий аптыратты. Ул мәргәнлеген юғалтып (алты хата), ярышты 54-се урында тамамлай. Беҙҙең яҡташыбыҙ, Ольга Вилухина өсөн тәүге этап уңышлы булды тиһәк тә була. Ул дүрт атыу рубежында өс тапҡыр яҙа ата һәм финишҡа 21-се булып килә. Был донъя кубогы өсөн мәрәйҙергә иҫепте асыу тигән һүҙ, сөнки тәүге 40 спортсының һөҙөмтәләре буйынса мәрәйҙәр иҫәпләнә. Юрлова - 28-се.
Бөгөн ир-аттар 20 саҡырым араға шәхси беренселеккә ярышасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға