«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Айыҡ Башҡортостан»



01.12.2010 «Айыҡ Башҡортостан»

Башҡортостанда эскелекккә ҡаршы етди кампания башланмаҡсы. 4 декабрҙән беҙҙә «Айыҡ Башҡортостан» тип аталған йәмәғәтселек хәрәкәте старт алырға тейеш. Уны ойоштороуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Башҡортостан урыҫтары соборының башҡарма комитеты һәм башҡа бик күп ойошмалар булышлыҡ иткән.
Был хәрәкәтте ойоштороусыларҙың береһе хәбәр итеүенсә, яңы ойошма йәштәр араһында алкоголь эсеү, тәмәке тартыу, наркотиктар ҡулланыуҙы профилактикалау менән шөғөлләнгән ғалимдарҙы, йәмәғәтселек эшмәкәрҙәрен туплай. Улар бергәләп был кире социаль күренеш менән көрәшәсәк.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға