«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Салауат Юлаев"ҡа ҡаршы торорлоҡ әлегә команда юҡ...



01.12.2010 "Салауат Юлаев"ҡа ҡаршы торорлоҡ әлегә команда юҡ...

"Салауат Юлаев" командаһы сираттағы турҙа дәғүәсеһенә бер ниндәй еңеүгә өмөт ҡалдырмай, үргә үрмәләүен дауам итә. Был юлы Вячеслав Быков тәрбиәләнеүселәре Силәбелә урындағы "Трактор"ҙы 4:0 иҫәбенә отто. Ә бит хужалар быға тиклем биш уйын рәттән еңелеү кисергәне булмай. Шуға ла боҙ майҙаны тулы булып, көйәрмәндәре күпме генә командаһын алға ҡыуаламаһын, Валерий Белоусовтың хоккейсылары ҡунаҡтарға ҡаршы бер ни ҡыла алманы. Шулай итеп был уңышлы осрашыуҙан һуң өфөләр 58 мәрәй менән турнир таблицаһынын икенсе урынына барып сыҡты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға