«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Торос" менән "Салауат Юлаев" ҡышты ситтә ҡаршылай



30.11.2010 "Торос" менән "Салауат Юлаев" ҡышты ситтә ҡаршылай

Нефтекаманың "Торос" хоккейсылары Рәсәй беренселегенең сираттағы турын ситтә уҙғарҙы. Улар Рязань ҡалаһының урындағы "Рязань" командаһы менән төп һәм өҫтәмә ваҡытта 2:2 иҫәбенә уйнап, буллит серияһында ғына өҫтөнлөк итте. Бөгөн "Торос", көҙҙөң һуңғы көнөндә Тверҙә "Динамо" клубы менән сәкәләшәсәк. Шулай уҡ төп командабыҙ - "Салауат Юлаев", Силәбелә "Трактор" уйынсыларына һынау тотасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға