«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гимназия-интернат саҡыра



25.05.2015 Гимназия-интернат саҡыра

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты 2015 йылдың 18 июнендә 6-сы, 7-се клас­тарҙы тамамлаған уҡыусыларҙы 2015 – 2016 уҡыу йылына ҡабул итеү өсөн башҡорт теле, математика, рус теленән өҫтәмә һынауҙар үткәрә.
Һынауҙар Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбендә (Йылайыр һәм башҡа яҡын райондарҙың балалары өсөн) сәғәт 10-да башлана.
Ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се клас­тан башлап бөтә уҡыу йылдарына өлгәшеү табеленең күсермәһе, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермәһе), бер шаҡмаҡлы, ике буй дәфтәр, ручка алып килеү мотлаҡ.
27 – 30 мартта гимназия-интернатта үткәрелгән олимпиадала ҡатнашыусыларҙың яңынан ҡатнашыу хоҡуғы юҡ.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға