«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙенә – 50, йырҙары ла елле!



10.04.2015 Үҙенә – 50, йырҙары ла елле!

Үҙенә – 50, йырҙары ла елле!Моңло йырҙары, сағыу сы­ғыштары менән тамашасы күңелен арбаған Рәмил Хәзиев “Рәмил Хәзиевҡа – илле, йырҙары ла – елле” тигән тамашаға саҡыра.
Композитор бу­ла­раҡ, Рәмил Хә­зиев­тың 30 йыры донъя күрҙе. Ә. Кәш­­фуллин, Р. Ҡот­лоев, А. Иге­ба­ев, Р. Вәлиева кеүек ша­ғирҙарҙың һүҙ­ҙә­ренә ижад ителгән йырҙарын Башҡор­тостан һәм Татарстандың таныл­ған сәхнә оҫталары яратып башҡара. Рәмил Хәзиевтың концертында башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙҙар”ы Әлфиә Юлсурина, Фаяз Йәнтүрин, Хәлит, Лилиә, Айнур һәм Илшат Фәтиховтар, Флорида Исмәғилева, Марат Шәйбәков, Мәхмүт Фәтихов, Лилиә Хажиғәлиева ҡатнаша. Тамашала башҡорт, татар композиторҙарының әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Һеҙҙе шу­лай уҡ дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө көтә!
Рәмил Хәзиевтың Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында 13 апрелдә үтәсәк концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Н. АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға