«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус биттәр » «Килендәшем «Йәшлек»те уҡып, бәлки, мине ғәфү итер…»



20.03.2015 «Килендәшем «Йәшлек»те уҡып, бәлки, мине ғәфү итер…»

йәки «Артыҡ көнсөллөгөм арҡаһында ҡылған ҡылығым ун йыл инде күңелемде эт кеүек талай».

«Килендәшем «Йәшлек»те уҡып,  бәлки, мине ғәфү итер…»«К. районында «Йәшлек»те күп кеше алдырамы?» – ят ҡатындың тәүге һорауы шул булды. Яҡынса күпме яҙылыусыбыҙ булғанын ишеткәс, ауыр һулап ҡуйҙы. Хушлашты. Һуңынан, оҙаҡ ҡына ҡыймай йөрөгәндән һуң, ахыры, яңынан шылтыратты. Ысын исемен әйтмәне, Сайма*, тиерһең, тине:
– Элекке килендәшем шул районда йәшәй, – артабан ни әйтергә белмәгәндәй байтаҡ шым торҙо, әллә бәйләнеш өҙөлдөмө, тип трубканы һалырға ла уйлағайным, ул тағы телгә килде, – бәлки, ул «Йәшлек»те алдыралыр, гәзит аша ғәфү үтенергә ине миңә унан…
Асыҡланыуынса, килендәше социаль селтәрҙәрҙә теркәлмәгән, Сайма уның телефонын да белмәй. Үҙенә тыныслыҡ тапмай, гәзит аша булһа ла килендәшенән кисереү һорарға теләгән ҡатын, мәҡәләне уҡыһа, таныр, тип өмөтләнде:

– Туҡмап харап иттем мин уны… Эсенә тибеп, балаһын төшөрттөм, хәҙер шуға үҙемде үҙем күрә алмай йәшәйем…
Был һүҙҙәре менән шаңҡытҡан Сайма килендәше менән булған хәлде тасуирлағанда, ваҡиғалар таҫмаһын бер алға күсереп, бер кинәт артҡа китеп, фекер ебен сырмалтып, өҙөп, мине ҡаңғыртып бөттө. Шулай ҙа һөйләм һайын тиерлек аныҡлап һорауҙар бирә торғас, хәлдең айышына яйлап төшөндөм.
Сайманың ире Айбулат менән килендәшенең ире Самат – ике туғандар (әсәләре бер туған). Әсәйҙәренә оҡшап ҡара һылыу егеттәр­ҙең йәш айырмаһы ҙур түгел, етмәһә, икеһе лә ғаиләләрендә берҙән-бер ир бала, шуға ла бәләкәйҙән гел бергә ҡатышып, айырылмаҫ дуҫтар булып үҫкәндәр, ҙурайғас ҡына аралары һыуынған – быға Сайма булышлыҡ иткән. Сайма – ҡала ҡыҙы, каникул һайын Айбулаттар йәшәгән ауылға өләсәләренә килгән. Бала саҡта аралашмаһалар ҙа, һуңынан, өлкәнәйгәс, Сайма менән Айбулат өйләнешкән.
– Минең ирем – етди, ҡырыҫ, аҙ һүҙле кеше, ә Самат ҡәйнеш көләкәс, хәбәрсән, һәр кемде ауыҙына ҡарата ла ҡуя, айырыуса ҡыҙҙар уны күрһә, йығылып китә ине, – тип тормоштарын бәйән итте Сайма. – Ләкин ҡәйнеш өйләнергә ашыҡманы, ҡыҙҙарҙы бирсәткә кеүек алмаштырыуын белде. Ата-әсәһен аптыратып, киленегеҙ, тип өйөнә ҡыҙҙар ҙа килтергәне булды, ләкин береһе менән дә эштәре никахҡа тиклем барып етмәне. Шуға ла Өфөгә сығып киткән Саматтың өйләнеүе тураһындағы хәбәргә артыҡ ышанманыҡ. Буш һүҙҙер, тинек. Тап шул мәлдә Себерҙә йәшәгән апайымдар иремә аҡсалы эш тапты. Ғаиләбеҙ менән ҡубып сығып киттек (беренсе ҡыҙыбыҙға ике йәш ине ул ваҡытта, икенсеһенә ауырлы инем). Туйға бара алманыҡ, Гөлсинә исемле киленде күрмәй ҡалдыҡ. Йыл да ауылға ҡайтып булманы, ҡайтһаҡ та, Саматтарҙы тура килтермәнек. Дүрт йылдан ғына отпускыларыбыҙ бер ваҡытҡа эләкте. Ҡайтыуыбыҙҙы ишеткән Самат ҡатыны менән килеп етте (балалары юҡ ине). Ирем ишектән килеп ингән йәш ҡатынды күрҙе лә шып туҡтаны. Күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп торғанында Самат уны ҡосаҡлап алды, килен менән таныштырҙы. Шунан ғына Айбулат бер аҙ иҫенә килгәндәй булды. Уңайһыҙланып башын тызыған иремде танымай, килендәшемде табынға саҡырҙым. Үҙем аш-һыу хәстәрләгәндә, Айбулатҡа ни булды икән, нишләп Саматтың ҡатынын күреп хайран ҡалды, тип баш ваттым. Шуны ла әйтеп үтәйем – иремде һәр ваҡыт үлеп ҡыҙғандым. Минән бер нисә йәшкә кесе Айбулат – бик сибәр ир, эшкә шәп, ҡулы алтын. Күп һүҙ һөйләмәй, ғаиләм, тип өлтөрәп тора. Уға күҙ һалған ҡатын-ҡыҙ күп булды, әммә ул мине һайланы. Хәйер, һайланы, тиеү бик үк дөрөҫлөккә тура килмәй. Һөйләгәс һөйләйемме икән…
– Әлбиттә, һөйләгеҙ, бер башлағас, ярты юлда ташламағыҙ, – ҡыҙығып китеп, таныш булмаған кешене өгөтләргә керештем. – Юғиһә, мин бында ҡыҙыҡһыныуҙан янығыҙға осоп барырҙай булып ултырам, адресығыҙҙы ғына белмәйем…
– Эй-й, биҙа инде, – ҡатын көлдө. – Ярай, улай булғас, барыбер минең кемлекте аныҡ ҡына бер кем белмәй бит, шуға нисек булды, шулай һөйләйем дә ҡуяйым. Үҫмер сағынан Айбулатты оҡшаттым, ләкин ул миңә иғтибар итмәне – мин уның өсөн өлкән апай инем. Армиянан ҡайтҡан егеттең үҙебеҙҙең предприятиела эшләп йөрөгәнен күреп, инде лә ҡыуандым. Һәм яйын тура килтереп, әсәйҙәр ауылға ҡайтҡанда Айбулатты сәйгә саҡырҙым да, ҡунырға алып ҡалдым. Аҙаҡ тағы ымһындырҙым. Әле генә хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан йәш, дәртле, ҡаны ҡайнап торған егеткә тағы нимә кәрәк? Һәр хәлдә, тәҡдим ителгән ләззәттән баш тартманы. Бер айҙан күремем килмәгәс, унан «һөйөнсө» алдым. Бахыр ауыл малайы, ҡурҡып, килмәне лә ҡуйҙы. Килмәһәм, яралғы шеш кеүек кире ҡайтыр, һабын ҡыуығы һымаҡ сәсрәп юҡҡа сығыр, тип уйланымы икән? Әсәйемә Айбулаттан ауырға ҡалыуым хаҡында әйткәс, ул минең биткә усы менән сәпәкләп үк ебәрҙе: «Нимәң менән уйланың, битһеҙ, шаҡшы, һөйрәлсек?!» Миңә һуғып арығас, әсәйем шешенгәнсе иланы: «Рисуай иттең, нәҫелдә ундай кәнтәйҙәр юҡ… Хәҙер ауылға нисек ҡайтып, ни йөҙ менән кеше күҙенә күренергә?» Эштән ҡайтҡан атай хәлдең айышына төшөнгәс, уртын сәйнәп, мине ҡарашы менән ергә ҡаҙаҡланы: «Кем?» Хәҙер кемлеген белһә, Айбулатты барып ҡына үлтерә инде, тип шыр ебәреп, ул миңә өйләнә, тип әйтергә ашыҡтым (өйләнеү тураһында ауыҙ асыу түгел, ауырға ҡалыуым тураһында ишеткәндән һуң килеп күҙен дә күрһәтмәгәнен нисек әйтәһең?). Атайҙың һүҙе ҡыҫҡа булды: «Хәҙер үк килһен!». Атайҙан ҡурҡып, Айбулат йәшәгән ятаҡҡа йүгерҙем. Килһәм, бергә йәшәгән иптәштәре, ә ул эштән сығып, ауылына ҡайтты, тип тора! Минән улай тиҙ генә ҡасып ҡотола алмаҫһың, тип, бер яҡтан, Айбулатҡа асыуланып йоҙроҡ төйҙөм, икенсе яҡтан, атайҙан шөрләтте, уға ни тип әйтергә икән, тип ҡайғырҙым. Атайҙы, ул әле сменала, төндә генә ҡайта, тип алданым. Ирҙәрҙе алдауы бер ни түгел, ә әсәйгә дөрөҫөн әйттем: «Ул ҡасып ҡайтып киткән». Икенсе көндө әсәй мине таң менән уятты: «Киттек ауылға. Өйләндерергә кәрәк һеҙҙе». Нисек, тип кенә һорағайным, ул йән асыуы менән битемә тағы килтереп һуҡты: «Йәйеп ятырға белгәнһең бит, бер ҙә, нисек, тип тормағанһың!». Әсәйемдең ҡулы останлаҡ шулай, һуғырға әҙер генә тора. Өлкәнәйгән башым менән унан туҡмалып тороу ғәрлек тә бит, тик ҡайҙа бараһың, ҡаршы һуғышмайһың да инде… Ауылға барып еткәс, әсәйем өләсәйҙә тороп ҡалды, ә мин, оялыштан ер тишегенә инерҙәй булып, Айбулаттарға йүнәлдем. Мине күргәс, аптыраманы, һөмһөрө генә ҡойолдо, текмәнең ҡайһылыр тирәһен йүнәтергә тотондо. Ни эшләйбеҙ, тинем. Текмәнең бер таҡтаһын айырып сығарҙы ла, ярай, өйләнешербеҙ, тип яуапланы. Эйәртенешеп, өләсәйҙәремә киттек. Айбулат унда ярты сәғәт әсәйемдең илаулап ирешеүен башын баҫып тыңланы. Әсәйем, был аҙнала уҡ ҡоҙалар ебәр, тип талап иткәс, ебәрермен, тип ауыр баҫып сығып китте. Шулай итеп, яҙмышыбыҙ хәл ителде. Туйҙан һуң ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәй башланыҡ. Насар йәшәмәнек. Айбулаттың ата-әсәһе мине бик яратты, килгән-киткән һәр кемгә, килендән уңдыҡ, тип маҡтанды. Мин дә уларға ярарға тырыштым, өйҙәге бар эште һыпырып эшләнем, бүлмә­ләр­ҙе «ялт» иттереп тоттом, телде йоторлоҡ тәмле итеп ашарға бешерҙем, иремдең дә бер артына, бер алдына сыҡтым, һис тә арымай, төндәр буйы наҙланым, иркәләттем, көндөҙ яҡшы һүҙемде, йылы ҡарашымды йәлләмәнем. Иргә ярайым тиһәң, бер ауырлығы ла юҡ. Айбулат та, тәүҙә минең яҡҡа боролоп та ҡарамаһа ла, һуңынан ирене. Башҡаларҙан уны ҡыҙғанғас, гел бергә, янында йөрөргә тырыштым. Айбулат, өйҙә ҡал, тиһә лә, юҡ сәбәпте бар итеп, уның беләгенә йәбешеп сыға торғайным. Хатта күрше ҡатындар, тағылышаһығыҙ ҙа йөрөйһөгөҙ, күҙ тейҙереп ҡуймағыҙ, бигерәк матур парһығыҙ, тип һоҡлана торғайны.
Бер көндө Самат килде, ағаһына мунса башын ябышты. Мин дә алыҫҡа китмәнем, тегене-быны биргән булып, эштәренә ҡыҫылып йөрөп, арып киттем, аяҡҡа көс төштө. Шуға, өйгә индем, тинем дә, үҙем соландағы урындыҡҡа инеп һуҙылдым – Айбулат менән Саматтың һөйләшкәндәрен шымтанлап тыңлап ятам. Айбулаттың тауышы мөңгөрләп кенә сыға, шуға ни әйткәнен айырырлыҡ түгел, уның ҡарауы, Саматтың тауышы ап-асыҡ ишетелә. Бер ваҡыт уның: «Әйттем мин һиңә, ағай, кем һуңғы – шул атай, тип, ә һин, һаҡланам-һаҡланам, имеш… Һиҙмәй ҙә ҡалдың, ҡаптыр­ҙылар бит һине ҡармаҡҡа», – тип көлгәне ҡолаҡҡа сағылды. Енем ҡубып: «Аһ, һин шулаймы әле, араны бутарға итәһеңме!» – тип һикереп торҙом. Шунда уҡ сығып талашыр ҙа инем, ҡайны-ҡәйнәнән, күрше-күләндән оят. Ни тиһәң дә, яҡшы иҫәптәмен дәһә. Зәһәремде сәсмәй, үсемде алдым шулай ҙа – иремде шунан һуң гел дә аҫтыртын рәүештә Саматҡа ҡаршы ҡоторттом, тырыша торғас, барыбер араларын һыуындырҙым. Себерҙә йәшәгәндә Самат та беҙҙең тарафҡа килергә йыйынғайны, мин, бында эш юҡ, тинем, ә Айбулатҡа ҡустыһының шылтыратыуы хаҡында ләм-мим өндәшмәнем. Ҡатыны рөхсәт итһә генә ир үҙенең туғандары менән аралаша ала, ә ҡатыны был аралашыуға ҡаршы икән, ир уның һүҙе аша үтә алмай, үҙ туғандары менән араларын өҙөргә мәжбүр була ул. Үәт, был мәкерле, тиһеңдер әле.
«Һин»гә күскән Сайманы тынысландырырға ашыҡтым:
– Юҡсы, мин бер ҡасан, бер кемде лә ғәйепләмәйем. Һәр кем үҙ белдеге менән йәшәй. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, теге отпуск мәлендәге осрашыуға кире ҡайтайыҡ әле. Ирегеҙ нишләп Саматтың ҡатынын күреп шаҡ ҡатты икән, тип белә алмай зар-интизармын!
– Мин үҙем дә ҡунаҡ һыйлағанда шул хаҡта уйлап, мейемде сереттем, – Сайма ҡыуанып хәбәрен дауам иткәндәй тойолдо. – Айбулатты ҡарап-күҙәтеп йөрөйөм – уйнап-көлөп ултырған килендән күҙен дә ала алмай. Мин уның бөйөрөнә төртһәм генә тертләй ҙә, нишләргә белмәй китә. Гөлсинә тышҡа йүнәлгәс, артынса Айбулат та ҡуҙғалды. Түҙмәнем, мин дә арттарынан урамға һыпырттым, йәнәһе лә, йыуынты һыуҙы түгәм. Солан ишеге ярығынан ҡарап торам: бәҙрәф яғынан килгән Гөлсинәне Айбулат ҡулынан эләктереп туҡтатты. «Мин һине көттөм. Нишләп килмәнең?» – тигән тоноҡ тауышы яңғыраны. «Эйе шул, күреп торам, ныҡ көткәнһең! Хат яҙа икән берәү», – Гөлсинә кинәт Айбулаттың ҡулын һелкеп төшөрҙө лә, өйгә табан атланы. Мин соландың ишеген шар асып, пырылдап килеп сыҡтым: «Һеҙ нимә, танышмы әллә? Кем кемде бында көткән?». Гөлсинә миңә ҡурҡып ҡараны: «Бер кем дә, Һеҙ яңылыш ишеткәнһегеҙ». Өйгә лә инеп тормай, Саматты саҡырҙы ла, улар тиҙ арала ҡайтып та китте. Ә мин Айбулаттың быуынына төштөм: «Һеҙ таныш бит ул… Әйт миңә, ҡасандан бирле, ҡайҙан танышһығыҙ?». Ләкин ҡара янған Айбулат, беҙ таныш түгел, юҡты һөйләмә, ти ҙә ҡуя. Асылманы. Ярай-ярай, барыбер һөйләтәм, барыбер төбөнә төшмәйенсә ҡуймайым, тип үсәштем. Себергә ҡайтҡас, Айбулат йыш сирләй башланы. Ҡан баҫымы йә ныҡ күтәрелеп, йә кинәт төшөп ҡаңғырҙы. Табиптар уға, климатҡа ярамайһың, тигәс, тыуған яҡҡа ҡайтыр­ға булдыҡ. Шул мәлдә Саматтар ҙа район үҙәгенә йәшәргә ҡайтты. Беҙ әҙер йортто һатып алдыҡ, улар яңы урамда өй төҙөнө. Ҡәйнәмдең үтенесе буйынса Айбулат ҡустыһына йорт һалырға ярҙам иткәс, теләмәһәм дә, Саматтар менән ҡатышырға тура килде. Иремдән дә, килендәштән дә һис күҙ яҙҙырмайым шулай ҙа. Үҙем бушамаһам, ҡыҙҙарҙы атайҙарына тағып ебәрәм. Айбулат, унда сөй-һәй янында йөрөүҙәре хәүефле, тип баш тартырға самалаһа ла, үҙемдекен итәм – ҡыҙҙарын етәкләтеп сығарып ебәрәм.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исемдәр үҙгәртелгән.

(Дауамы гәзитебеҙҙең киләһе һанында баҫыласаҡ.)


Аҙаҡ балаларҙан ентекле һорау алам: «Атайығыҙ кем менән һөйләште? Еңгәгеҙ менән бергә һөйләшеп торҙомо?». Эскерһеҙ балалар ни күргән, ни ишеткән – бөтәһен тәфсирләп һөйләй: «Атай Самат ағай менән һөйләште. Юҡ, еңгә беҙҙең менән уйнаны, беҙҙе тәм-том менән һыйланы, атай менән һөйләшмәнеләр». Айбулат иһә ныҡ үҙгәрҙе. Йыш уфтана, тик торғандан уйға бата, төндәрен йөрәген тотоп, йоҡлай алмай сыға. Киленде күрһә – әүәлгесә атларын, әйтерен онотоп, шаҡ ҡата. Нимә тапҡан бер йәмһеҙ ҡарасманда, тип мин оторо енләнәм, иремде ҡыҙғаныуҙан хәлдән таям.
– Шулай ныҡ йәмһеҙ инеме ни? – тәмләп, хисләнеп һөйләгән Сайманы бүлдерәм.
– Кемгә нисектер инде, – һорауыма иҫе китмәй. – Миңә ҡалһа, ябай ғына ауыл ҡыҙы. Маҡтана, тип уйламағыҙ, бына минең бар ерем килешле: буйым да бар, билем дә урынында, аҡ йөҙлөмөн, сәсем осаға тиерлек етеп тора, юҡҡа ғына беҙҙе, Айбулат менән мине, матур пар, тимәйҙәр. Ә килендәштең, буй тиһәң, буйы юҡ, төҫ тиһәң төҫө юҡ… Ҡыҫҡа сәсле, ҡара тут йөҙлө… Ни аш-һыуға ҡулы килешмәй – бешеренеүенең бөтөнләй рәте юҡ. Хатта бала табырға ла эшкинмәй.
– Ирҙәрҙе ҡаратырлыҡ булғас, барҙыр ҙа инде берәй ыңғай яғы, – нишләптер Сайманың килендәшен йәлләнем, яҡлашҡым килде, һиҙмәҫтән үҙемдең ҡыҫҡа сәсте һыйпап ҡуйҙым.
– Һы, – тип аптыраны Сайма трубканың теге яғында. – Әлләсе… Көлә белә инде.
– Аңламаным, нисек инде көлә белә?
– Матур көлә! – Сайманың тауышы ҡырыҫланды. – Башын бер яҡҡа ҡыйшайтып, бит остарын соҡорайтып көлһә, Айбулаттың да, Саматтың да иҫе китә лә ҡуя. Әйткәндәй, Самат үҙенең йөрөмтәллеген ташламағайны. Быны таныш-тоноштар аша ишетеп белгәс, эсемдәге яуыз ҡорт, уға шул кәрәк, тип кинәнестән устарын ыуғандай булды. Бер көн Айбулат Саматтарға китте лә, батты. Оҙаҡлағас, артынан эҙләп киттем. Барһам, Айбулат Гөлсинәне иңбашынан ҡосаҡлаған да, арҡаһынан һыйпап тора. Көпә-көндөҙ тиерлек, яландай шар асыҡ урында! Иремде ҡыҙғаныуҙан күҙем тоноп китте, аңым томаланды – осоп барып килендәштең иңбашына йәбештем, уны иремдән йолҡоп алып, ситкә эттем: «Ҡустыһы етмәгән, инде ағаһы кәрәкме? Оятһыҙ, хәшәрәт һин!». Тағы ла өҫтөнә барып ҡуна инем, ирем мине тотоп алып ҡалды: «Ни эшләйһең һин, тыныслан! Аҡылыңа кил!». Ысҡынырға маташып тыпырсынып, әллә нимәләр ҡысҡырып, оятһыҙ һүгенеп бөттөм. Күҙе ҡыҙарған Гөлсинә Айбулатҡа бер генә тултырып ҡараны ла, бәләкәй өйҙәренә инеп юғалды. Айбулат уның артынан шундай бошоноп ҡарап ҡалды, әйтерһең дә, араларында ер убылды. Шунан миңә табан боролоп: «Аҡылдан яҙып бараһыңмы әллә? Тыйыл», – тип ҡарт бабайҙар кеүек ауыр баҫып өйөбөҙгә табан атланы. Ләкин мин атыла башлаған вулкан һымаҡ, эсемдәге бысраҡты тулыһынса бушатмайынса туҡтаманым. Өйгә ҡайтҡас, уны ла, килендәште лә, яҙмышымды ла яманлап, әрләштем, иланым, балаларҙы иреш-талашҡа ҡыҫтырҙым, һауыт-һабаны ваттым. Әйтеремде әйтеп, ҡаршы һүҙ ишетмәгәс, арып йоҡлап киткәнмен. Төндә һыуһап килеп торһам, ир өйҙә юҡ! Был тағы Гөлсинәгә киткән, тип яһилланып урамға килеп сыҡҡайным, мунсанан иремдең йырлаған тауышы ишетелде. Һып-һыуыҡ мунсала бер үҙенән бер үҙе йырлап ултырасы! Ғүмерҙә йырламаған кеше йырлаһын әле… Барып инеп мунса эсен ҡыйратырға уйланым да, кинәт башыма ҡурҡыныс уй килде: «Әллә ирлек намыҫына тейгәнгә, үҙенә-үҙе ҡул һалырға йыйынамы?». Йөрәк «жыу» итеп ҡалды, тәнем зымбырланы. Ен-пәрей һымаҡ мунсаға килеп индем: «Һин нимә эшләп ултыраһың бында? Ҡайт, йоҡла!». Ул мине һис тә көтмәгәйне, ахыры (хисләнеп, йомшарып ултырғандыр), бер килке ни әйтергә белмәй ултырҙы… Өндәшмәй мунсанан сыҡҡанында ҡулында ниндәйҙер дәфтәр барлығын аңғар­ҙым. Икенсе көндө бар эште ситкә ҡуйып, шул дәфтәрҙе эт булып эҙләнем. Эҙләй торғас, таптым бит!
– Их, Мата Хариҙы үҙегеҙҙә әрәм иткәнһегеҙ! – түҙмәнем, тел шартлаттым.
– Нисек инде?
– Һеҙҙән яҡшы шымсы сығыр ине, йәғни шпионка, – әйттем дә, Сайманы үпкәләтеп ҡуймайым, тип шөрләп, һалпы яғына һалам ҡыҫтырырға ашыҡтым, – шымсылыҡ өсөн дә һәләт кәрәк бит ул. Штирлиц кеүек булырға.
– О-о, эйе, – кинәйәне әллә аңламаны, әллә аңламағанға һалышты. – Дәфтәрҙә, беләһеңме, нимә ине?
– Шиғыр!
– Ҡайҙан белдең? – Сайманың аптырауы хаттин ашҡайны.
– Шулайҙыр, тип тоҫмаллағайным, ысынлап та шиғырмы?
– Эйе. Бер түгел, бер нисә шиғыр! Һәм барыһы ла шул Гөлсинәгә арналған! Миңә, уның балаларының әсәһенә, түгел, бер хәстрүш бисәгә! Бер шиғырҙан Гөлсинәнең ауырлы икәнен самаланым – ирем уны тулышҡан бойҙай, тулған ай менән сағыштырған. «Кескенә Гөлсинә булыр, ә бәлки яҡшы ул тыуыр» тип яҙған шағир ғәләмәте! Был юлдар­ҙы уҡығанда тәнем ут булып янды. Шиғырҙарҙы уҡып та бөтмәйенсә, дәфтәрҙе йолҡҡослап, ергә һалып тапап, Саматтарға елдерҙем. Мине күрмәй, арты менән кер элеп йөрөгән килендәшемде барып етеү менән бәреп йыҡтым да, типкесләнем. Башын түгел, эсен ябырға маташҡанын күреп, айырата яһиллыҡ менән ҡорһағына бер-ике тапҡыр типтем: «Минең йөҙөмдән көлөп, иремдән бала табырға ятаһыңмы? Ирек бирмәм!». Килендәшемде туҡмаған өсөн яуапҡа тарттырырҙар, хөкөм итерҙәр, тигән уй ҙа башыма килмәне, аҡылдан яҙған, тип дауаханаға ябыр­ҙар, тип тә уйламаным. Ул мәлдә иремде ҡыҙғаныуҙан ни ҡылғанымды ла белмәнем. Яңы урамда йәшәүселәр һирәк ине, шуға килендәшемде туҡмағанды бер әҙәм дә күрмәне. Ә бәлки, күрһәләр ҙә, өндәшмәгәндәр­ҙер. Кеше ҡурҡаҡ бит ул.
– Һеҙ – ҡурҡыныс кеше… – тип кенә әйтә алдым.
– … Беләм. Тик, ни эшләйһең, ҡылғанды кире ҡайтарып булмай. Аҙаҡ ап-аҡ ҡағыҙ кеүек Айбулат ҡайтты. Ни эшләнең һин, тип өҫтәлгә һуҡты ла, күҙҙәренә йәш алып: «Беҙҙең арала бер нәмә лә юҡ, аҡылһыҙ! Гөлсинә Саматтан ауырлы ине бит…» – тип сығып олаҡты. Яуыз телемә баш була алмай, эй, бар әйҙә кәнтәйең янына, тип артынан ҡысҡырып тороп ҡалдым. Төн уртаһында лаяҡыл иҫерек ҡайтты. Мине карауаттан өҫтөрәп торғоҙҙо: «Һинең белгең килә ине бит, хәҙер белерһең!» – тип ҡысҡыр­ҙы. «Шаулама, балаларҙы уятаһың», – тинем, эстән ҡурҡһам да, тыштан һыр бирмәҫкә тырыштым. «Уянһындар, әсәйҙәренең кем икәнен белһендәр, – тиһә лә, тауышын кәметте. – Тыңла! Мине армияға алып киткәндә, хәрби комиссариат янынан ике ҡыҙ үтеп бара ине. Береһе шул тиклем матур ихлас көлә! Шул мәлдә йөҙөнән нурҙар сәселәме ни… Мине күрҙе лә йылмайҙы, ҡул болғаны. Шул һылыуға ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Мине оҙатырға килеп, үҙ-ара ҡайнашҡан туғандарҙан шым ғына айырылып, шул ҡыҙҙарҙы ҡыуып еттем. Әйҙә, танышайыҡ, тинем. Ҡыҙҙарҙың береһе, беҙ урамда танышмайбыҙ, тип иренен турһайтты, ә икенсеһе, йылмаяғы, әйҙә һуң, минең исемем Гөлсинә, тип көлдө. Исемемде әйттем дә, егетең бармы, тип һораным. Ул, юҡ, тип яуапланы. Юҡ түгел, бар, ул – мин, тигәйнем, ихлас көлдө. Насар итеп түгел, ә үҙ итеп көлдө. Икенсе райондан ине ул, әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән икән. Ғәләмәт инде: уға ҡараған һайын ҡарағым, көлдөргөм килде, үҙемдең ҡыйыулыҡҡа аптыраным. Шәп кенә адресыңды яҙ, хеҙмәт итеп ҡайтам да, өйләнәм һиңә, тинем. Кәрәк саҡта ҡул аҫтында ҡағыҙы буламы һуң?! Шунда торған берәүҙең «Беломорканал»ының бер ситен йыртып уға тотторғайным, ул тиҙ генә адресын сыймаҡланы. Хушлашып китә бирҙе лә, мин һине Өфөнән оҙатырмын да, көтөп алырмын, тип хәйерле юл теләне. Һәм йылмайҙы… Һин уның нисек йылмайғанын күрҙеңме? Тик ул ғына шулай йәнде иретерлек итеп йылмая белә...». Әйтәм дә, арағыҙҙа нимәлер бар ул һеҙҙең, тип асыуланырға уйлағайным да, иҫерек иргә телләшергә ҡурҡтым. Ә ул һорауына минән яуап көтмәне, хистәренә бирелеп йылмайып, һүҙен дауам итте: «Беҙҙе теҙелергә саҡырҙылар, йәһәт кенә туғандар менән хушлашып, автобустарға тейәлдек. Урынлашҡас, адресты ҡарар өсөн ҡулды кеҫәгә тыҡтым. Ә адрес яҙылған ҡағыҙ юҡ! Бар кеҫәләрҙе аҡтарҙым, рюкзактың аҫтын-өҫкә әйләндерҙем – ҡағыҙ киҫәге зым-зыя юғалғайны. Туғандар менән хушлашҡанда төшөп ҡалды, күрәһең. Адресты түгел, бәхетеңде юғалттың бит һин, иҫәүән, тип Өфөгә барып еткәнсе үҙемде ашап барҙым. Шулай ҙа йыйылыу пунктына килер, тағы уны күрермен, тип нисек өмөтләнгәнде белһәң! Әммә ул килмәне… Онотманым мин уны. Ҡасан да булһа осрашырбыҙ, тип ышандым. Әллә нимә өсөн түгел, былай, йөрәкте ҡыуандырыр өсөн генә. Тик үҙемдең ҡустым уға өйләнер, тип кем уйлаһын? Махсус рәүештә шулай ике кешене осраштырырға ниәтләр­һең, әммә килеп сыҡмаҫ, ә яҙмыш кешеләр менән уҫал шаяра. Гөлсинә менән рәхәтләнеп, туйғансы һөйләшкәнем дә юҡ бит минең. Ә шундай һөйләшкем килә… Ә һин мине унан ҡыҙғанаһың…». Түҙмәнем, ауыҙығыҙҙы ауыҙ­ға терәп, ҡосаҡлашып торғансы, һөйләшер инегеҙ, кем һеҙҙе тыйған, тип пәрей затым сыҡты. «Һы, уны әйтәһеңме, – ти ирем, – мин уларға барғанда, Самат өйҙә юҡ ине, шуға бер үҙем булһа ла таҡталарҙы йыштым. Инде эште тамамлап ҡайтырға йыйынғайным, ҡапҡа эсен таҙартҡан Гөлсинә, Самат тағы ситтә ҡунды, тип илап тора: «Мин кисә табипҡа барҙым, ул ауырға ҡалыуымды раҫлағас, Саматты ҡыуандырайым, тигәйнем, ә ул кемдеңдер итәге араһында аҙашып, ҡайтмай йөрөй...». Ҡустыға йән көйөп, мине йылмайыуы, көлөүе менән әсир иткән һылыуҙы йәлләп, ни эшләргә белмәнем дә, ҡосаҡланым. Ҡыуанысын уртаҡлашҡым килде, уны бәпәйҙе әүрәткәндәй йыуатырға иттем. Ул балалар кеүек саф ҡына бит. Ә һин килеп эште боҙҙоң… Эх-х… Ҡайҙан һиндә был яуызлыҡ, улай түгел инең дәһә… Ҡылдың ҡылыҡты…». Ул өҫтәл артында ултырған килеш йоҡлап китте… Икенсе көндө килендәшемдең дауаханала ятыуын ишеттем. Мине милиция килеп һаҡ аҫтына алыр, тип дер ҡалтырап йөрөнөм, ләкин артымдан килеүсе булманы. Дауаханаға барырға бер-икене уҡталдым да, бара алманым. Аҙаҡ ишетеүемсә, Гөлсинә барыһына ла баҫҡыстан йығылып төштөм, тигән (дөрөҫлөктө Айбулатҡа ғына сискән). Уның ауыры төшкәйне. Дауахананан сыҡҡас та, Гөлсинә үҙ яғына ҡайтты ла, башҡа әйләнеп килмәне. Бына шулай… Самат икенсе ҡатынға өйләнеп, балалар үҫтереп йәшәп ята. Ә минең ир эскегә һалышты.
– Бергә йәшәйһегеҙме?
– Эйе, ҡайҙа барайыҡ инде… Ниндәй дан ирҙе юҡҡа сығарҙым, тип үҙемде әрләүҙән бер фәтүә лә юҡ. Өҙөк-йыртыҡты ямап, тартып-һуҙып йәшәп ятҡан булабыҙ. Был ваҡиғаларға тиҫтәнән ашыу йыл үтте бит инде, оноторға ла кәрәк ине, әммә хәтерҙән сыҡмай, киреһенсә, йылдан-йыл улар асығыраҡ йөрәкте талай бара. Тәүҙә үҙемде аҡлаһам да, кешене ерле юҡтан рәнйетеүемде ярлыҡарлыҡ түгел, килендәшем генә кисерһә ярар ине! Иргә сығып, балалар табып, бәхетле йәшәһен, тип иртәле-кисле теләйем. Гел дә гөлдәй ҡыҙҙарымды Гөлсинә урынына ҡуям да, ҡурҡып китәм: берәйһе балаҡайҙарымды, мин Гөлсинәне рәнйеткән кеүек, рәнйетһә, нисек йәшәрмен?! Тырнаҡ менән дә сиртмәй бәпләп кенә үҫтергән аҡҡоштарымдың аҡ ҡына тәндәренә кемдер бысраҡ аяғы менән типһә, йөрәгем нисек шартламай түҙер? Эй, илаһым…
Телефон трубкаһында илау ишетелде. Күрәһеләрегеҙ алдалыр әле, тип әйтергә уҡталғайным да, ул хушлашмай, кинәт бәйләнеште өҙҙө. Иҫәңгерәгәндәй ултырғандан һуң, номерын ҡара исемлеккә тыҡтым да, трубканы һүндереп, ситкә үк бәреп ҡуйҙым. Бер ҡасан, бер кемде ғәйепләмәйем, тиһәм дә, бысраҡҡа йоғонғандай, бит-ҡулды йыуғым килде. Өҫ-башты таҙартырһың да, ә һөйләшеүҙен һуң күңелдә тороп ҡалған ерәнеү тойғоһон нисек йыуып төшөрөргә икән?


Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исемдәр үҙгәртелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға