«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Һылыуҡай – 2015” финалсылары һайланды



14.03.2015 “Һылыуҡай – 2015” финалсылары һайланды

10 мартта Өфө ҡалаһында “Һылыуҡай – 2015” республика матурлыҡ бәйгеһенә һайлап алыу туры үтте. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Туған тел» телеканалы һәм «Һомай» дефиле-театры. Бәйге Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов булышлығында уҙа.

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары дүрт тиҫтәгә яҡын ҡыҙ араһынан ун һылыуҡайҙы финалға һайлап алды. Шулай уҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында үткән “Башҡорт һылыуҡайы” конкурсы еңеүселәре Әлфиә Кил­дейәрова менән Илнара Үтәшева ла финалға үтте.

Конкурстың финалы апрель айында уҙа. Әлеге ваҡытта уға әҙерлек репетициялары башланды. Ҡыҙҙар менән бейеү, йыр, актер оҫталығы, дефиле буйынса профессиональ уҡытыусылар шөғөлләнә. “Һылыуҡай көндәлеге” менән тиҙҙән “Туған тел” каналында танышырға мөмкин буласаҡ.

Финалға үткән һылыуҡайҙар менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында яҡынданыраҡ танышырға мөмкин буласаҡ. Ә әлегә “Бәйләнештә” сайтында, http://vk.com/topic-48314908_31736011 адресы буйынса инеп, күңелегеҙгә оҡшаған һылыуҡай өсөн тауыш бирә алаһығыҙ. Иң күп тауыш йыйған ҡыҙға “Интернет гүзәле” титулы тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға