«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кроссворд



27.02.2015 Кроссворд

КроссвордГоризонталь буйынса: 4. Үлеп ятҡан хайуан. 7. Уҡырға, яҙырға өйрәткән китап. 8. Эткә хас сифат. 9. Күрекле музыка ҡоралы. 11. Берәүҙең ғәйебен баҫтырыу йәки уны ҡотҡарыу өсөн бирелгән аҡса. 14. Вулканға бәйле ер тетрәү. 18. Һауа шарттарын алдан өйрәнгән бүлек. 21. Ҡан тамырындағы ойошҡан ҡан. 22. Билдәһеҙ, таныш түгел кеше. 23. Йәштәрҙең махсус залда музыка тыңлап, бейеп күңел асҡан урыны. 24. Ер йөҙө һыҙмаһы. 25. Ҡатлауланып ҡубып торған үтә күренмәле минерал. 26. Иҙеп, таҡтаға йәйеп киптергән емеш-еләк. 28. Тынлы музыка ҡоралы. 30. Кеше ташыған күп урынлы авто. 31. Уҡыу-уҡытыу кәрәк-ярағы. 32. Йәй көнө аш-һыу әҙерләү ҡоролмаһы. 33. Аяҡ енсегенең йыуан ере. 34. Йәшел «йылан».

Вертикаль буйынса: 1. Йәш баланы йоҡлатыу ҡулайламаһы. 2. Ҡыҫҡа моронло, тәңкәле балыҡ. 3. Халыҡ алдында ҡаҙанған ихтирам. 5. Тельняшкалы һалдат. 6. Йәбештерә торған ҡуйы шыйыҡса. 10. Эш өсөн билдәләнгән нормалар күрһәткесе. 12. Сығышын йөҙ хәрәкәте менән аңлатыусы. 13. Иң көслөнө билдәләү бәйгеһе. 15. Дәрт биреп, өмөт уятып тороусы иң юғары маҡсат. 16. Ат сабыш­ҡандағы бер сығыш. 17. Ауыҙ эсенең өҫкө тешкә яҡын ҡаты өлөшө. 19. Усҡа алып тоторлоҡ күләм үлсәме. 20. Орлоғонан шоколад эшләнгән ағас. 24. Ике күҙе лә бер яҡта булған яҫы ялпаҡ диңгеҙ балығы. 27. Иҙәнгә ултыртылған оҙон аяҡлы яҡтыртҡыс. 28. Туҙҙан эшләнгән һауыт. 29. Аҙнаның алтынсы көнө. 30. Ағай-эненең ҡатындары бер-береһенә ҡарата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға