«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек»кә – 20 йәш!



30.11.2010 «Йәшлек»кә – 20 йәш!

Йәштәр гәзите үҙенең дуҫтарын 9 декабрҙә Өфөнөң Конгресс- холында үтәсәк йырлы-моңло кисәһенә саҡыра
Башҡортостан йәштәре гә­зи­те үҙенең «ғүмере»ндә иң матур миҙгелен – 20 йәшен билдәләй. «Ленинсы» гәзитенең алмашсыһы, «Йәшлек» исеме аҫтында бына егерме йыл инде уҡыусылары менән бергәләп донъя, республика йылъяҙмаһын тулыландырыу­ҙа арымай-талмай эшләй баҫмабыҙ. Юҡҡа ғына «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тимәйҙәр бит.
Уның тамашаһы ла шәп уҙмаҡсы. Гәзитебеҙҙең әҙәбиәт бүлеге мөдире Мөнир ҡунафиндың үҙенсәлекле сценарийы буйынса талантлы йәш режиссер Рөстәм Хәкимов сәхнәләштергән концертта Баш­ҡортостандың иң сағыу сәхнә «йондоҙ»ҙары – Роберт Юлда­шев, Фәрүәз Урманшин, Хәсән Усманов, Гөлсөм Бикбу­латова, Дияна Ишниязова, Рөстәм Ғиззә­туллин, Нәғим Нурғәлин, Эльмира Саматова, Гүзәл Әйүпова, Алмас Ғафаров, Илнур Юламанов, Юнир Һағынбаев, Янбулат Мөхәмәт­динов, Иҙел Нур­ғәлин, шулай уҡ «Гәлсәр һандуғас» телефестивале асҡан йәш йырсылар Гүзәл Аҫылбаева, Зилиә Бәхтиева, Айрат Зиннәтов, Раян Абдуллин, Рәми Ғарипов исемендәге республика баш­ҡорт гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Гәзитебеҙ редакцияһында эшләп китеүсе журналистар, район-ҡалаларҙан авторҙарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, тоғро уҡыу­сыларыбыҙ ҙа беҙҙең менән байрам ҡыуанысын уртаҡлашырға киләсәк.
Тамашасылар фойела ҡы­ҙыҡлы викторинала ҡатнаша, шунда уҡ республиканың матбуғат баҫмаларына яҙыла ала.
Юбилей кисәһе 9 декабрҙә, киске сәғәт етелә Конгресс-холда башлана.
Һеҙҙе кисәбеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға