«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәңәш кәрәк!..



13.02.2015 Кәңәш кәрәк!..

Йылдың тәүге айы илебеҙ пенсионерҙарына күңел тынысһыҙлығы алып килде. Һәм улар туған-тыумасаһынан, дуҫ-иштәренән, бер-береһенән пенсияларының күпмегә артыуы менән ҡыҙыҡһыныусан булып китте.

Ишеткән яуаптары бигерәк ғәжәпләндерҙе, сөнки күптәргә фәҡәт 24 – 25 һум өҫтәлеүе мәғлүм булһа, ҡайһы берҙәре хатта суммаһының үҙгәреүен дә һиҙмәгән булып сыҡты. Хатта хеҙмәт стажы 52 йыл тәшкил иткән бер хөрмәтле олатай «күктән төшкән» 24,5 һумын тир түккән йылдарына бүлеп тә, осона сыға алмаған. Эйе, ғүмерҙәрен ауыр һәм тынғыһыҙ хеҙмәттә үткәргән ололарҙың үҙҙәренә ошондай сумманы өҫтәүгә кемеһенең башы етеүенә аптырап, ул аҡсаны ҡайҙа итергә икән, тип баш ваталар. Әллә берәй мәрхәмәтлек фондымы, хәйриә акцияһы ойоштороп, айлыҡ эш хаҡтары 216000 һум тәшкил иткән РФ Президенты хакимиәтендә эшләүселәргә, йә булмаһа, 200000 һум ғына алған Хөкүмәт аппаратындағыларға, әллә уларҙан да күберәк хеҙмәт хаҡы алыусы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарына, әллә тағы кемгәлер йыйып ебәрергә ине лә шул «байлыҡ»ты. Аныҡ ҡына белмәйҙәр шул үҙҙәре тураһында кемдең ошолай «оло» хәстәрлек күрһәтеүен.
Ҡыҫҡаһы, был пенсияның база өлөшөн ни өсөндөр тигеҙләүгә йүнәлтелгән 24 – 26 һум аҡсаны (компенсациямы, индексациямы – суртым белһен) пенсио­нер­ҙарҙың күбеһе үҙҙәрен мәсхәрәләү тип ҡабул итә һәм ул өҫтәмәне ҡайҙа һәм нисек то­тонор­ға рәсми кешеләрҙән кәңәш һорай.

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға