«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвалидтар өсөн шарттар бармы?



29.11.2010 Инвалидтар өсөн шарттар бармы?

Республикала коляскала йөрөүсе ете меңгә яҡын инвалид йәшәй. Улар ҙа сәләмәт кешеләр менән бер рәттән социаль-мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына инә-сыға алырға тейеш. Бының өсөн биналарҙың тупһаларында пандустар ҡуйыу — ошо уңайлыҡтарҙың бер төрө.
- Өфөлә 2000 йылдан алып инвалидтарҙың социаль инфраструктура объекттарына инә-сыға алыуын тәьмин итеү өсөн планға ярашлы эш алып барыла. 2523 социаль инфраструктура объектында, Өфөнөң тиҫтәләгән магазиндарында, дарыуханаларҙа һәм башҡа социаль объекттарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар һәм махсус ҡулайламалар ҡуйылған. Торлаҡ һәм торлаҡ булмаған фонд объекттарын махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. ҡала дөйөм файҙаланыу маршруттарында «НефАЗ VDL» маркалы ҙур һыйыҙырышлы, тәпәш иҙәнле 132 автобус йөрөй, - тип хәбәр итәләр мэриянан.
Өфөлә бындай уңайлыҡтар булыуын булыр ҙа ул, ни тиһәң дә, баш ҡала бит. Ә башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа нисек булыр икән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға