«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Филармония егеттәре ғашиҡтар көнөндә мөхәббәтен белдерә һәм “Амур-лямур” тип аталған концертҡа саҡыра



13.02.2015 Филармония егеттәре ғашиҡтар көнөндә мөхәббәтен белдерә һәм “Амур-лямур” тип аталған концертҡа саҡыра

Филармония егеттәре ғашиҡтар көнөндә мөхәббәтен  белдерә  һәм “Амур-лямур” тип аталған концертҡа саҡыраЕвропа илдәренән килеп ингән Ғашиҡтар көнөн байрам итеү илебеҙҙә лә, республикабыҙҙа ла йолаға әйләнде. Уны ғашиҡ йәрҙәр көтөп ала. Был байрамда һөйгәнеңә мөхәббәтеңде белдереү, бүләктәр бирешеү “ҡарал­ған”.
Мөхәббәттән янған ғашиҡ йәрҙәр бер нисә йыл рәттән филармонияла Ғашиҡтар көнөн ҡаршылай. Быйыл мәҙәни усаҡтың йәш, һәләтле егеттәре мәңгелек хистәр даръяһы ту­раһында, мөхәббәткә дан йырлаясаҡ, тамашасыға мөхәббәтен белдерәсәк. Донъя композиторҙары ижад иткән музыкаль шедеврҙар Рус­лан Сәй­фет­динов, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Ша­һыбалов, Эльмир Әбүбә­киров, Тимур Рамазанов, Заһир Иҫәнсурин, Ис­кәндәр Ғәзизов, Ай­гиз Ханов башҡарыуында яңғыраясаҡ. Ильяс Ҡара­булатов һәм Артур Алсынов дәртле, ялҡынлы бейеүҙәре менән тамашасыны ҡыуандырасаҡ.
Концерт алдынан ғашиҡ йәрҙәр, “Король һәм королева” тип аталған конкурста ҡатнашып, ҡиммәтле бү­ләктәр ота ала. Тик мөхәббәткә бағышланған йырҙар, күңелдәрҙе елкендергес йыр-моң менән һуғарыл­ған байрам концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға