«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ай менән Ҡояштың эйәләре бар!



29.11.2010 Ай менән Ҡояштың эйәләре бар!

Испанияның Галисия өлкәһендә көн итеүсе 49 йәшлек Анхелес Дюран исемле ҡатын урындағы нотариаль конторанан үҙенсәлекле кенәгә алып сыға. Уға ярашлы, хәҙер ҡояш ошо испанканың милке. Документа «А.Дюран Ерҙән 149 млн 600 мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан йондоҙ – ҡояштың эйәһе» тип яҙылған. Аһ-аһ, шулай булыуы мөмкинме икән ни? Дюран белдереүенсә, илдәр планеталарҙы, йондоҙҙарҙы үҙ милке итә алмай, ә физик шәхестәр өсөн бындай тыйыу юҡ. ҡатын хәҙер ҡояшты «файҙаланыусы» һәр кемдән һалым алмаҡсы. Ул килемдең 50 процентын дәүләткә бирергә вәғәҙә итә, 20-һен – пенсия фондына, унар процентын ғилми тикшеренеүҙәргә һәм асығыусыларға бүлергә теләй. ҡалған ун процентын үҙе тотонмаҡсы. Баҡһаң, беҙҙең юлдашыбыҙ Айҙың да хужаһы бар, имеш. Ул – АҡШ-тан. Бына шулай, йәмәғәт! Беҙ уйнап-көлөп, йырлап йөрөгәнсе, ҡояш менән Айға хужалар табылған. Йәгеҙ, кем Етегән йондоҙҙо үҙ милке итеп алырға теләй? Кем Марсты? Бәлки Венера оҡшар? Алға!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға