«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Скайп”ты башҡортса итәйек!



04.02.2015 “Скайп”ты башҡортса итәйек!

“Скайп”ты башҡортса итәйек! Илдар Кинйәбулатов тигән егетте белмәүселәр бик һирәктер. Ошо көндәрҙә ул түбәндәге саҡырыуҙы иғлан итте:
- Дуҫтар, һеҙҙе «Skүpe» программаһын башҡорт теленә тәржемә итеү проектына саҡырабыҙ!
Ике йыл элек, 2013 йыл башында скайпты тәржемә итеү буйынса эштәр башланым. Әммә оҙаҡ ваҡыт башҡорт телендәге интерфейсты үҙем генә ҡулланып йөрөнөм, яйлап яңы тәржемәләр менән тулыландырылып барҙым. 2014 йылдың аҙағында «Күмәкләгән - яу ҡайтарған» тигән фекер менән, тәржемә файлын башҡаларға ла таратырға булдым һәм ВК селтәрендә төркөм ойошторҙом https://vk.com/bashskype

Ә бына хәҙер инде, беҙ «Башҡорт проектары» берләшмәһенә ҡушылып, тәржемә проектын яңы көстәр менән башлайбыҙ! Был эште камиллаштырыр өсөн беҙгә тел белгестәре, тәржемәселәр, программистар кәрәк. Әлегә тәржемә эштәренең 60 проценты тамамланған, ләкин сифаты юғары түгел, күп юлдарын шымартырға кәрәк була. Беҙҙең төп маҡсат — скайптың рәсми пакетында башҡорт телен булдырыу.

Проектҡа ҡушылығыҙ һәм башҡорт телендәге скайпта аралашығыҙ! Теркәлеү анкетаһы: http://bashkort.org/reg
Проекттың төп координаторы - Ғәлинур Байсыуаҡов, https://vk.com/bay_gt

Скайптың интефейсын башҡортсаға әйләндереп, ҡулланып ҡарарға теләһәгеҙ, башҡортлаштырыу файлы һәм уны программаға ҡуйыу буйынса ҡулланмаһы ошонда: https://vk.com/topic-83138734_31126100







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға