«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асҡарҙа – ҡотороҡ карантины



04.02.2015 Асҡарҙа – ҡотороҡ карантины

Асҡарҙа – ҡотороҡ карантины Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылында хайуандарҙың ҡотороҡ сиренә бәйле карантин иғлан ителде. Был хаҡтағы Указға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Алдан билдәле булыуынса, ауылда ауырыу бесәй табылған. Уның сирле сысҡан ашауы ихтимал. Бесәй бер аҙна самаһы юғалып йөрөгән һәм ҡайтҡас хужаһын сапсыған.

Ветеринария белгестәре ихата һайын тикшереү үткәргән, йорт хайуандарына вакцина һалған. Карантин ике ай дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға