«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “ӨФӨ-СИБАЙ” ПОЕЗЫ БАШҠА ЙӨРӨМӘЙӘСӘКМЕ?



02.02.2015 “ӨФӨ-СИБАЙ” ПОЕЗЫ БАШҠА ЙӨРӨМӘЙӘСӘКМЕ?

“ӨФӨ-СИБАЙ” ПОЕЗЫ БАШҠА ЙӨРӨМӘЙӘСӘКМЕ?
1 июлдән “Өфө-Сибай” йүнәлешендәге пассажир поезының башҡа йөрөмәүе ихтимал. Сәбәбе – маршрут өсөн “Рәсәй тимер юлдары” етәкселеге ҙур сығым китә тип иҫәпләй.
Был ҡарар менән күптәр риза түгел. Баш ҡалаға автомобиль менән барғансы, поезға ултырыуҙы хуп күреүселәр байтаҡ. Өҫтәүенә, был йүнәлештә башлыса легаль булмаған пассажир ташыусылар эшләй. Былтыр март айында булған ҡот осҡос автоһәләкәт күптәрҙе шаңҡытҡандыр.
Көньяҡ Урал зонаһы райондарына баш ҡаланан һауа бәйләнеше бөтөрөлдө. Йылайыр-Иҫәнғол-Мораҡ аша йөрөгән “Сибай-Өфө” автобус маршруты ла көн аша пассажирҙарҙы ташый. Республиканың эре ете районында йәшәүселәрҙең ҡомһоҙ таксистарҙың хеҙмәтенә ҡарап ҡаласағы бик аяныслы хәл буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға