«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ



02.02.2015 УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ

УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ
“Йәшлек” гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурс иғлан итә. Унда 10-11-се класта уҡыған, ижади ҡарашлы, ярыштарҙа еңеү яулаған егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Бәйгенең шарттарына ярашлы, улар гәзиттә илһөйәрлек темаһына арналған мәҡәлә баҫтырырға тейеш. Премияға дәғүә итеүселәрҙең ғаризалары 15 майға тиклем ҡабул ителәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт – гәзиттең был аҙнала сығасаҡ һанында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға