«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «ДДТ» төркөмө Өфө һәм Башҡортостанды иңләйәсәк



26.01.2015 «ДДТ» төркөмө Өфө һәм Башҡортостанды иңләйәсәк

«ДДТ» төркөмө Өфө һәм Башҡортостанды иңләйәсәк
Тиҙҙән Өфөлә һәм республикабыҙҙың ҡалаларында данлыҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең күренекле рок-йырсыһы Юрий Шевчук концерттар менән сығыш яһаясаҡ. Был турала мәғлүмәт “ДДТ” төркөмөнөң сайтына ҡуйылған.
Рок-музыканттар 5 мартта - Белоретта, 7-дә – Стәрлетамаҡта, 9-ҙында – Октябрьскийҙа, 11-ндә Нефтекама ҡалаһына киләсәк. 15 мартта “ДДТ” баш ҡаланың “Огни Уфы” күңел асыу комплексында тамашасыларҙы һөйөндөрәсәк.

Гастролдәр мәлендә Юрий Шевчук командаһы үҙенең юбилейлы, 20-се “Прозрачный” тип аталған альбомына ингән йырҙарҙы башҡарасаҡ. Әйткәндәй, “ДДТ” февраль, март, апрель айҙарында Рәсәй ҡалаларында, май, июндә Европала сығыш яһарға ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға