«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҡазан табылдығы” - ике йәшлек малайҙың ата-әсәһен эҙләйҙәр



14.01.2015 “Ҡазан табылдығы” - ике йәшлек малайҙың ата-әсәһен эҙләйҙәр

“Ҡазан табылдығы” - ике йәшлек малайҙың ата-әсәһен эҙләйҙәр 3 ғинуарға ҡараған төндә Ҡазан ҡалаһының автовокзалы янындағы йорттоң подъезында табылған малайҙың ата-әсәһен бөтә Рәсәй буйынса эҙләйҙәр.

Сабый йоҡлап ятҡан булған. Уны табып алыусылар полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртҡан. Малайҙың өҫтөнә күк комбинезон, аяғына итектәр, ҡулында бейәләй кейҙерелгән булған. Ул ҡулына эсендә ут янып торған пластмасса шыршы кеүек уйынсыҡ тотҡан.

Әлеге ваҡытта табылдыҡ малай Сабый йортона урынлаштырылған. Тәү ҡарамаҡҡа ул яҡшы ғаиләлә үҫкән. Малай исемен, ата-әсәһенең кем икәнен әйтә алмай. Тәүҙә ул бер туҡтауһыҙ илап, кемделер “Роза” тип исемләп саҡырған. Хәҙер ул балалар йорто тормошона бер аҙ өйрәнгән, шулай ҙа тәҙрәнән күҙен алмай.

Ҡазан волонтерҙары малайҙың ата-әсәһен эҙләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Шулай ҙа көндән-көн үтә, бер ниндәй ҙә хәбәр ишетелмәй. Был иһә эҙләү эштәрен күрше төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла башҡарырға кәрәклеген аңлата.

Әгәр ҙә кем был малайҙы таныған, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8-800-700-54-52 номеры буйынса шылтырата ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға