«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » РЕСПУБЛИКА ГҮЗӘЛЛЕК БӘЙГЕҺЕНӘ ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ



12.01.2015 РЕСПУБЛИКА ГҮЗӘЛЛЕК БӘЙГЕҺЕНӘ ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

РЕСПУБЛИКА ГҮЗӘЛЛЕК БӘЙГЕҺЕНӘ ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ Был республика телевизион матурлыҡ конкурсы башҡорт йәштәренең милли тормошондағы көтөп алынған иң сағыу тамашаларҙың береһе булып һанала. 23 йыл рәттән инде баш ҡалала иң матур башҡорт һылыуҡайы һайлана.
Быйылғы «Һылыуҡай» конкурсы 10 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә (элекке “Нефтсе” мәҙәниәт йорто) үтәсәк. Һайлап алыу турҙары ҡала һәм райондарҙа февраль айында башланасаҡ. Өфөләге турҙы март башында үткәреү күҙаллана.
Финалға 12 һылыуҡай сығасаҡ. Әйткәндәй, уларҙың икәүһе билдәле. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үткән “Һылыуҡай” бәйгеләре еңеүселәре Әлфиә Килдейәрова һәм Лениза Әбделмәнова.
Ғәҙәттәгесә, финалға бер аҙна ҡалғас, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Һылыуҡай” көндәлеге” тапшырыуы күрһәтеләсәк. Унда һәр кандидат үҙ-үҙен күрһәтә, актерлыҡ һәләттәрен аса аласаҡ. Быйылғы тапшырыуҙарҙың темаһы әлегә сер итеп тотола. Алдан билдәле булыуынса, тапшырыуҙар Өфө урамдарында һәм йәштәр ял итергә яратҡан урындарҙа төшөрөләсәк.
Финал “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткәрәсәк. Ул сағыу шоу рәүешендә буласаҡ. Байрамға Мәскәүҙә үткән "Төрквижн - 2014" конкурсы финалсыһы - "Заман" этно-рок төркөмө һәм башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙо” Радик Юлъякшин да киләсәк.
Конкурс буйынса яңылыҡтар менән “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә танышырға була. Адресы - https://vk.com/hylyukaykonkurs







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға