«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » МЕРКУРИЙ ПЛАНЕТАҺЫН КҮҘӘТЕГЕҘ!



12.01.2015 МЕРКУРИЙ ПЛАНЕТАҺЫН КҮҘӘТЕГЕҘ!

МЕРКУРИЙ ПЛАНЕТАҺЫН КҮҘӘТЕГЕҘ! Баш ҡала халҡы күк йөҙөндә Меркурий планетаһын күҙәтә аласаҡ. Иң ҡулайлы көн 15 ғинуарға, кис мәленә тап килә.
Был күк есемен күп осраҡта күҙәтеүе бик ҡыйын. Ҡояшҡа иң яҡын планета таң һәм шәфәк мәлендә уның нурҙарына йәшенә. Меркурий Ерҙең орбитаһында урынлашҡан булыуы ла ҡамасаулай.
Ғәҙәттә астрономдар күҙәтеүҙәрҙе был планета Ҡояштан ныҡ алыҫайған мәленә тап килтерә. 15 ғинуарҙа Ҡояш байығас, Меркурий ике сәғәткә яҡын офоҡ кимәлендә, көньяҡ-көнбайышта, Кәзәмөгөҙ йондоҙлоғонда күренәсәк.
Күренмәҫ планетаны күрергә Зөһрә йондоҙо – Венера планетаһы ла ярҙам итәсәк. Меркурий уның уң яғында урынлашасаҡ. Ике йыһан есеме бер сәғәт дауамында күренәсәк һәм киске сәғәт 7 тирәһендә байыясаҡ.
Көндән-көн Меркурий Венеранан уңға күсеп, Ҡояшҡа яҡынаясаҡ. 30 ғинуарҙа ул офоҡ яғына шылып, Ҡояш нурҙарында тамам юғаласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға