«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кремлгә – байрамға!



28.12.2014 Кремлгә – байрамға!

Кремлгә – байрамға!Бөгөн илебеҙҙең иң алдынғы, иң һәләтле уҡыусылары Мәскәүҙә үткән Президент шыршыһы байрамында ҡатнаша. Башҡортос­тандан мәртәбәле һәм тантаналы сараға 114 бала юлланды. Улар араһында балалар йорто, интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәре һәм күп балалы ғаилә­ләр­ҙән дә балалар бар.
VII синыф уҡыусыһы Юлдаш Йомағужин – Дыуан районының Арый ауылынан. Ул – Мәсәғүт музыка мәктәбе шөғөлләнеүсеһе, шулай уҡ республика буйынса бихисап конкурс еңеүсеһе. Мәҫәлән, күптән түгел “Таланттар йондоҙлоғо” республика конкурсында I урын яулаған. Йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһендә “Урал батыр” эпосын баш­ҡорт, рус, инглиз телдәрендә яттан һөйләп, шулай уҡ тәүге урын алған. “Һаумы-һаумы, әкиәт!” конкурсында ла иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Рус теле, алгебра, геометрия, география фәндәрен яратып өйрәнгән егет киләсәктә кино актеры булырға хыяллана.

Хәйбулла районынан Нургөл Азаматова ла уҡыу алдынғыһы. Ул күп тапҡыр фән конференцияларында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, Ю. Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадала еңгән. Нургөл шулай уҡ “Орбита” республика полиолимпиадаһы призеры.

Межгорье ҡалаһының 3-сө мәктәбендә V синыфта белем алған Зөләйха Хафизованың иң яратҡан дәрестәре – физкультура һәм математика. Гел “бишле”гә генә уҡыған ҡыҙ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика буйынса олимпиадалар еңеүсеһе, “Һаумы-һаумы, әкиәт!” конкурсы призеры. Зөләйханың быға тиклем Мәскәүҙә булғаны юҡ, шуға күрә бер аҙ тулҡынланам, ти.

Быйыл Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгән Флүр Атнағолов – Ейәнсура яҡтарынан. Ул VIII синыфта белем ала. Өмбәттә уҡыған сағында уҡ алдынғылар рәтендә булған үҫмер Өфөгә килгәс тә һынатмаған, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеү яулаған. “Ауылым – киләсәгем” тип аталған конкурста уның макеты беренсе урынға лайыҡ булған. Тырыш егет спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә, айырыуса саңғыла йөрөргә ярата. Атаһы Таһир ағай улын шахмат уйнарға ла өйрәткән, Флүр уҡыусылар араһында үткән шахмат турнирҙарында ла еңеү яулап өлгөргән.
Өфө ҡалаһының 155-се лицейынан Алина Дәүләтбаева VI синыфта уҡый. Ул да төрлө фән олимпиадалары еңеүсеһе. Тарих фәнен айырыуса яратҡан ҡыҙ бер нисә йыл рәттән 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған иншалар конкурсында әүҙем ҡатнашып, еңеү яулай. “Миңә математика дәресе лә оҡшай, – ти Алина. – Төрлө мәсьәләләр сисеү, синыфташтарым менән ярышып миҫалдар эшләү бик күңелле!” Буш ваҡытында өҫтәл теннисы, волейбол, баскетбол уйнарға ярат­ҡан ҡыҙҙың тағы ла бер шөғөлө бар – ул поп-арт стилендә һүрәттәр төшөрә.

Ә бына Дүртөйлө ҡалаһынан Динара Ғиндуллина – математика, рус, инглиз телдәренән бөтә Рәсәй олимпиадаларында беренсе урын яулаған ҡыҙ. Шулай уҡ тарих, математика буйынса Ю. Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһында ла тәүге урындарҙы алыуға өлгәшкән.

Уҡыусыларҙы, Дәүләт Кремль һарайында Ҡыш бабай менән осрашыуҙан тыш, ҡала буйлап төрлө экскурсиялар, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, бүләктәр көтә.

М. АСҠАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға