«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!»



25.12.2014 Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!»

Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!»Йылдағыса Өфө мәктәптәре уҡыусылары араһында шаяндар һәм отҡорҙар клубының «Шаяниум – 2015»асыҡ конкурсы башлана! Ун өсөнсө тапҡыр уҙғарыласаҡ конкурс Әҙәбиәт йылына бағышланып«Ал да нур сәс халҡыңа!» девизы аҫтында үткәрелә.
Конкустың ойоштороусылары –Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Мәғариф идаралығы.
Үҙенсәлекле башҡорт юморының мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында киң танылыу яулауын билдәләп үтеү мөһим. Башҡорт телендә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, «Шаяниум»да баш ҡаланың рус телле мәктәптәре лә ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашыусы командаларҙан КВН стилендә түбәндәге номинациялар буйынса ҡыҙыҡлы һәм оригиналь сығыштарталап ителә:
«Сәләмләү» 5 минут дауамында «Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы!» темаһына;
«Видеоконкурс» 3 минут дауамында «Өфө – минең яратҡан ҡалам» темаһына;
«Музыкаль өйгә эш» 3 минут дауамында «Һәр ҡоштоң үҙ моңо» темаһына.
«Шаяниум- 2015» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:Өфө ҡалаһы, Октябрь Проспекты, 118, 1 каб., Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет.
Тулыраҡ мәғлүмәт: 279-06-58, 279-06-30







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға