«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байкер һуҡыр бабайҙы юл аша сығарған



17.11.2014 Байкер һуҡыр бабайҙы юл аша сығарған

Байкер һуҡыр бабайҙы юл аша сығарған Хәҙерге автомобилселәр үҙҙәренең тормошон бик файҙалы ҡорамал – видеорегистраторһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Самолеттың “ҡара йәшниге” кеүек, был прибор юлдағы төрлө низағтарҙы хәл итеүҙә, аварияға кем ғәйепле икәнен асыҡлауға ҙур ярҙам күрһәтә. Интернетта видеорегистратор төшөргән төрлө роликтар ҙа бик ҡыҙыҡ. Былтыр Силәбе янында төшкән метеорит, Яңауыл районындағы дауыл тураһындағы яҙмаларҙы да әйтеү етә.

Үткән аҙнала “Ютуб” селтәрендә Өфөләге мотоциклсы тураһындағы видеоролик бик популяр булды. Октябрь проспектындағы Дәүләт циркы янында юл аша сығып барған һуҡыр бабайҙы күргән байкер машиналарҙы туҡтатҡан һәм уны автобус туҡталышына сығарған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға