«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рейхстаг янында фотоға төшөргә теләһәгеҙ...



17.11.2014 Рейхстаг янында фотоға төшөргә теләһәгеҙ...

Рейхстаг янында фотоға төшөргә теләһәгеҙ... Республика Хәрби Дан музейында интерактив экскурсиялар үткәрелә. Улар 18 ноябрҙә башланды.

Проект “Республика Хәрби Дан музейы буйынса хәрби-тарихи сәйәхәт” тип исемләнә. Унда тамашасыларға һуғыш темаһын аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп аңлаталар. Музейға килеүселәр хатта үҙҙәре лә тарих биттәренә ҡағыла ала. Мәҫәлән, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Башҡортостан” экспозицияһында улар музей экспонаттарын – совет һалдаттарының әйберҙәрен, башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәрен, фронттан килгән хаттарҙы үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарау мөмкинлеге бирелә. Тамашасыларға шулай уҡ өс үлсәмдәге техника һәм ҡорал макеттарын ҡарай, һалдат кейемен кейеп, уның менән блиндаж эсендә йә Рейхстаг диуары янында фотоға төшөргә мөмкин. Теләүселәр вещмешокка әйберҙәр тултыра, шинель төрә, плащ-палатка ҡора ала. Экскурсия мәлендә видеояҙмалар күрһәтеләсәк, хәрби марштар һәм йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.

Интерактив сәйәхәттәр 28 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Бер билеттың хаҡы - 65 һум. 260-44-64 телефоны буйынса шылтыратып, алдан яҙылырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға