«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙемдең машинам тип кешенекен ҡыуып алып киткән



17.11.2014 Үҙемдең машинам тип кешенекен ҡыуып алып киткән

Үҙемдең машинам тип кешенекен ҡыуып алып киткән Был хәл Тәтешле районында булған. Өфөнән килгән ир Үрге Тәтешле ауылындағы кафела һыйланғас, тышҡа сығып, «Дэу Нексия»ға ултырып сығып киткән. Бер аҙҙан машина бысраҡ юлда батҡан, ә иҫерек водитель йоҡлап киткән.

Күп тә үтмәй, машина ҡыуып алып китеүҙе тикшергән хоҡуҡ һаҡлаусылар “Нексияны” табып алған. Водитель, был машина минеке тигән.
Шуныһы асыҡланған – ир кафе янында ошондай уҡ моделле машина менән килгән һәм ҡайтырға сыҡҡас, яңылышып икенсе «Дэу Нексия»ға ултырған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға