RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡош юлы” саҡыра

06.06.2014 “Ҡош юлы” саҡыра

Быйыл өсөнсө тапҡыр уҙасаҡ фестивалдә 60-тан ашыу башҡарыусы ҡатнашырға теләк белдергән.
“Ҡош юлы” саҡыра“Ҡош юлы” республика гитарала уйнап йырлаусылар­ҙың конкурсы тағы ла Ейәнсураға саҡыра. Тәүге йылдарҙа уҙған фестиваль асыштарға, яңы исемдәргә бай булғайны. Тимур Әхмәт­йәнов, Роберт Хәмиҙуллин, Тимур Ямалов, Лидия Таңатова, Альбина Шәмсет­динова, Револь Ғималов, Миңзәлә Яхина һәм башҡаларҙың йырҙары әле булһа йәштәрҙең теленән төшмәй.
Гитара моңон яратыусылар араһында киң танылыу алып өлгөргән конкурс өсөнсө тапҡыр ойошторола. Быйыл ул “Рух” төркөмөнөң тәүге солисы Ғәзинур Биктимеровтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Йылдағыса, уның тәүге өлөшө интернетта үтте: башҡарыусылар йырҙарын видеоға төшөрөп, махсус биткә һалды. Өсөнсө “Ҡош юлы”нда алтмыштан ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. 13 – 15 июндә конкурс­тың йомғаҡлау өлөшө фестиваль рәүешендә Ейәнсура райо­нының Ҡыҙылташ яланында уҙасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Конкурс барышында шағирҙар ҙа һынау тотасаҡ. Сөнки “Ҡош юлы” башҡорт бард сәнғәтен үҫтереү маҡсатын алға әйҙәй. Ә бардтарҙың төп ҡоралы, боронғо сәсәндәребеҙҙеке кеүек үк, ваҡытында әйтелгән тапҡыр һүҙ. Башҡорт гитарасылары йыр-моң аша йәмғиәтебеҙҙәге көнүҙәк проблемаларға иғтибар йүнәлтергә теләй.
Фестивалдә тамашасы булараҡ теләгән һәр кеше, ойошма ҡатнаша ала. Ойоштороусылар – республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, “Шоңҡар” журналы, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Ейәнсура районы хакимиәте күңелле һәм файҙалы ял көндәре вәғәҙә итә: концерт тыңлауҙан тыш, волейбол, футбол кеүек уйындар, төрлө ярыштар көтөлә. Ә төндәрен палаткалар янында усаҡ яғып, йырҙар йырлашып ял итеүе үҙе ни тора! Әйткәндәй, “Йәшлек” гәзите лә быйыл конкурстың дуҫ-партнерҙары исемлегендә.
Уҙғарылған урын, конкурс программаһы кеүегерәк һорау­ҙарға тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәрендәге https://vk.com/bashgitara төркөмөндә табырға мөмкин.

М. АСҠАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне