RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бурҙар юғары технологияларҙы ҡулланған

26.05.2014 Бурҙар юғары технологияларҙы ҡулланған

Бурҙар юғары технологияларҙы ҡулланған Автоһөйөүселәр үҙҙәренең “тимер ат”тарын урамда ҡалдырғанда ғәҙәттә уларҙы сигнализацияға ҡуя. Бының менән бурҙар файҙалана – улар махсус ҡорамал менән радио каналдарын тикшерә һәм брелок-сигнализация тапшырғысы араһындағы бәйләнеште хәтерҙә ҡалдыра. Артабан тейешлесә сигнал ебәрелә һәм автомобиль ишектәрен асырға, двигателен ҡабыҙырға мөмкин.
Стәрлетамаҡта бер нисә водитель ошондай бурҙарҙан зыян күргән. Улар автомобилдәрен бикләп, һаҡлауға ҡуйып китеп, кире килһәләр, салондағы ҡиммәтле әйберҙәр һәм аҡса юҡҡа сыҡҡан булған. Бер водитель ҡатын үҙенең ҡыҙын балалар баҡсаһына индергән мәлдә “тимер аты”н “таҙартып” өлгөргәндәр. Икенсе ҡыҙҙың да әйберҙәрен бер нисә минутта урлағандар.
Енәйәт схемаһы яҡшы уйланылған. Ҡараҡтар кеше булған урындарҙа, башлыса ҡатын-ҡыҙ водитель булған автомобилдәрҙе һайлаған. Бер нисә минутҡа ғына ситкә киткән хужалар ғәҙәттә брелок аша сигнализацияны ҡабыҙған. Шул мәлдә бурҙар сканер аша кодты билдәләгән һәм ишекте асып, ҡиммәтле әйберҙәрҙе алғандар. Ишектәр бикле булғас, машина хужалары фотоаппарат, ноутбук, телефондарының юҡлығына шунда уҡ иғтибар итмәгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар бурҙарҙы махсус операция барышында, сираттағы автомобилде талағандарында ҡулға алған. Улар Стәрлетамаҡта йәшәүсе, элек тә урлашыу буйынса хөкөм ителгән ир һәм уның туғаны булып сыҡҡан.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне