RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған тимер аҡсалар бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы

14.05.2014 Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған тимер аҡсалар бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы

Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған тимер аҡсалар бик ҡыҙыҡлы булмаҡсыРәсәй Банкыһы 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуға арналған тимер аҡсалар серияһын сығарасаҡ.
Яңы юбилей һумлыҡтар быйыл һәм 2015 йылда баҫыласаҡ. Быға тиклем 2012 йылда “1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә 200 йыл” исеме аҫтында 2, 5, 10 һумлыҡ аҡсаларҙан торған йыйылма донъя күргәйне.
Алдан билдәле булыуынса, ”1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл” иҫтәлекле аҡсалар серияһы 2014 йылда сығарыласаҡ 18 биш һумлыҡтан һәм киләһе йылда һуғыласаҡ өс ун һумлыҡтан торасаҡ. Шуның менән йыйылма эсендә 21 аҡса буласаҡ.
Биш һумлыҡтар был номиналға ярашлы стандарт үлсәмдә һәм АЦ сифатында гальваник ысул менән никель ялатылған ҡоростан яһаласаҡ. Һәр аҡсаның тиражы 2 миллонд данаға етәсәк. Ә ун һумлыҡтарға килгәндә, улар биметалл – латунь һәм мельхиорҙан АЦ сифатында бишәр миллион данала һуғыласаҡ.
Биш һумлыҡтарға төшөрөләсәк һүрәттәр – мюнцбильд – әлегә билдәһеҙ. 1812 йылғы Ватан һуғышы серияһындағы һымаҡ, уларҙа ла маршалдар Жуков, Рокоссовский, Конев кеүек күренекле хәрби начальниктар йәки алыш урындары, һәйкәлдәр урын алыуы мөмкин. Ун һумлыҡ биметалл аҡсаларҙың тәүгеһе “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыллыҡты билдәләүҙең рәсми эмблемаһы” тип йөрөтөлә. Бөгөнгә эмблема раҫланмаған, уның варианттары ҡарала.
Икенсе ун һумлыҡ “Донъяны фашизмдан азат итеү” исемен алған. Моғайын, Еңеүҙең традицион символы төшөрөлөр, тип ышанғы килә. Өсөнсө аҡса “Икенсе донъя һуғышы тамамланыу” тип аталасаҡ. Әйткәндәй, донъя тарихын сағылдырған был ун һумлыҡ Ватан нумизматикаһы өсөн ғәҙәти булмаған вариант. Беҙҙә сыҡҡан аҡсалар тик илебеҙҙең үткәндәренә генә ҡағыла.

Яңы аҡсалар бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Беҙҙең гәзиттең сайтында нумизматика, бонистика һәм башҡа коллекциялау өлкәһенә ҡағылған хәбәрҙәр йыш ҡуйыла. Танышығыҙ, аҡсалар коллекцияһын туплағыҙ, дуҫтар!










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне