RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

24.11.2010 Ауыл мәсьәләһе

Бөгөнгө көндә «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» әҙерләнә. Иң мөһиме - әле проект рәүешендә булған документҡа республиканың һәр бер кешеһе үҙгәреш индерә, тәҡдимдәрен еткерә ала. Стратегияның проекты Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының сайтында бар. Проект тураһында ҡыҙыу һөйләшеүҙәр БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың шәхси блогында бара. Һөйләшеүҙәр асыҡ һәм эшлекле йүнәлештә ойошторолған, шуға ла унда ҡатнашыу агросәнәғәт комплексы менән ҡыҙыҡыһынған һәр кем өсөн файҙалы буласаҡ. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал!» ти халыҡ мәҡәле, республикабыҙҙың төп иҡтисади тармағын юлға һалырлыҡ эштәр башҡарыу өсөн пландар ҡорғанда үҙ һүҙеңде әйтеп ҡалыу мотлаҡ.
Ауыл хужалығы Башҡортостан өсөн ҙур тармаҡ, ни тиһәң дә, республика халҡының яҡынса 40 проценты ауыл ерендә йәшәй һәм был халыҡтың ныҡ ҙур өлөшө агросәнәғәт менән шөғөлләнә. Шуға ла был тармаҡ тирәһендә һүҙ йөрөткәндә бөтәһенең дә фекерен күҙ уңында тоторға тура килә.
Проект менән танышҡан кешеләрҙең күпселеге буласаҡ үҫеш стратегияһында агросәнәғәтте страховкалау тураһында аныҡ ҡына әйтелмәүен билдәләй. Был борсолоуҙарҙың нигеҙен эҙләп йыраҡ йөрөп торорға кәрәкмәй - быйылғы ҡоролоҡ ҡына ауыл хужалығының тәбиғәт шарттарына ҡарап уңыш биреүен асыҡ күрһәтте. Тимәк, агросәнәғәт компексында страховкалау йүнәлешен ныҡлы алып барырға, ошо йүнәлеште күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
«Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы»ның проектында малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ, тоҡомсолоҡ, эшкәртеү сәнәғәте, яңы технологиялар, умартасылыҡ тураһында һүҙ бара. Шулай уҡ үҫемселек, ерҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыу, ауыл хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеү кеүек мөһим эштәр ҙә күҙ уңынан ысҡынмаған. Проектты камиллаштырып, юғары кимәлдә тормошҡа ашырыу ауыл хужалығында эшләгән һәр кемдең мәнфәғәтендә. «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙарып һорап, агросәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләгән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек. Уларҙың тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Айрат Мөхәммәтов, фермер хужалығын ойошторған:
- Ауыл хужалығы буйынса университет тамамланым, йәш саҡта республиканың тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүсе алдынғы совхозында 5 йыл буйы ябай зоотехник та булып эшләнем. Шуға ла тоҡомсолоҡ тураһында айырып әйткем килә. Океан аръяғынан затлы тоҡомло һыйырҙарҙы ҡайтарыуҙы өнәп бөтмәйем. Нимәгә кәрәк улар? Бөгөн беҙҙең һыйырҙар көнөнә 30 литр һөт бирмәй икән - быҙау сағынан уҡ йүнләп ҡарамағанлыҡтан ғына килеп сыҡҡан бәлә. Океан аръяғынан килтерелгән һыйырҙар бөгөн һөттө күп бирә, әммә уларҙың әллә нисә быуын вәкилдәрен наҙлап, йүнләп ашатып үҫтергәндәр. Етмәһә, затлы һыйырҙарҙан тыуған быҙауҙарҙы беҙҙең шарттарҙа аҫрай башлайбыҙ. Һөҙөмтәлә, улар башҡа быҙауҡайҙарҙан һис тә айырылмаясаҡ. Алтын хаҡына ситтән һыйырҙар ҡайтарыуҙың матди файҙаһын да, тоҡом яҡшыртыу буйынса файҙаһын да бөтөнләй күрмәйем. Стратегияла тоҡомсолоҡҡа ҙур урын бирелеп, ситтән килтерелгән малдарға ҡыҙышыуҙан туҡтаһындар ине.
Үҙебеҙҙә йүнле мал аҙығын әҙерләргә өйрәнмәй тороп, ситтән затлы һыйырҙар ҡайтарыу мәғәнәһеҙ. Хужалыҡтарҙа һәр ваҡыт агрономдар үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән - көҙгө уңышҡа ғына түгел, бесәнгә лә иғтибарҙы арттырыға кәрәк. Дөрөҫөрәге - бесәндең туҡлыҡлығына.

Рөстәм Вәлиев, «Рыбопитомник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә директор урынбаҫары:
- «Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы»ның проекты менән танышып сыҡтым. Әлбиттә, унда балыҡсылыҡҡа ла урын биреп дөрөҫ эшләгәндәр.
Ниәтләнгән эштәр тураһында ошоно әйтер инем: беренсенән, нимәнең ҡасан һәм нисек эшләнәсәге аныҡ ҡына билдәләнмәй. Ниәтләнгән эштәрҙе этаптарға бүлеп планлаштырыу дөрөҫөрәк булыр ине. Икенсенән, республикалағы һыу ятҡылыҡтарының потенциалы бик түбән баһаланған. Балыҡсылыҡты үҫтереү перспективалы, был перспектив йүнәлеш һәм уны юғары кимәлдә баһаларға кәрәк. Әлегә балыҡсылыҡ тармағының үҙеше етерлек кимәлдә баһаланмаған тип әйтергә була. Өсөнсөнән, балыҡсылыҡты үҫтереү социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша, һүҙем яңы эш урындарын булдырыу тураһында. Ошо ла күҙ уңынан ысҡынмаһын ине.
Тағы ла шуныһы - балыҡ һатыу баҙарының үҫеше тураһында бер нимә ла тапманым.

Маһинур Шөғәйепова, хужабикә:
- Яңыраҡ ҡына «Йәшлек» гәзитендә «республикала һатыуға сығарылған ауыл хужалығы продукцияһының күпселеге шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә» тигәнде уҡып, хайран ҡалдым. Шулай булғас, беҙгә - бәләкәй генә булһа ла шәхси хужалығына малын да аҫрап, баҡсаһын да үҫтереп йәшәгән кешеләргә кредит, субсидиялар биреүгә иғтибарҙы арттырһындар ине. Кеҫә телефонын алыу өсөн кредит рәхәтләнеп бирәләр, ә һин барып, бәләкәй генә трактор алыу өсөн кредит һорап ҡара! Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙҙар һорап теңкәне ҡороталар. Шәхси хужалығы ғына булған кешенең ай һайын килеп торған даими килеме ҡайҙан ғына булһын ине. Шәхси хужалыҡтар өсөн айырым бер кредитлау, субсидиялар биреү эштәре менән етди шөғөлләнһендәр ине киләһе ун йыллыҡта!
Финанслау буйынса махсус белеме юҡ, шуға ла аныҡ ҡына тәҡдимдәр индерә алмайым. Әйтергә теләгәнем ошо - шәхси хужалыҡтарға ҙур иғтибар талап итәбеҙ!

«Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» буйынса фекерҙәрегеҙ булһа, «Йәшлек»кә хат яҙығыҙ. Был тема артабан да гәзит биттәрендә яҡтыртыласаҡ. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншиндың блогына инеп тә тәҡдимдәрегеҙҙе еткерә алаһығыҙ.
Лилиә СИРАЕВА.












Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне