RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ

07.05.2014 Телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ

Телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ“Әсәй, мин кеше тапаным, төрмәгә эләкмәҫ өсөн аҡса бирергә кәрәк!” - телефонға шылтыратып, ошондай хәбәр менән аптыратып, ҡурҡытып, үҙҙәренең ҡара эшен ҡылған мутлашыусылар байтаҡ осрай. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта бындай шылтыратыуҙар Салауат ҡалаһында айырыуса йыш теркәлгән. Енәйәтселәр оло кешеләргә көндөҙ шылтыратып, һеҙҙең улығыҙ, ейәнегеҙ аварияға эләккән, полициянан яҡлау өсөн аҡса кәрәк, тигән.
Оло кешеләргә күп кәрәкме? Улар туғандарын ҡотҡарам тип, әйтелгән сумманы - 3-5 мең һумдан алып 150-200 мең һум аҡсаны мутлашыусыларға биреп ебәргән.
Шулай ҙа һуңғы ваҡытта граждандар бындай мутлашыуҙың барлығы белә башланы. Салауатта ике осраҡта аферистар уңышһыҙлыҡҡа тарый. Береһендә һеҙҙең улығыҙ кеше туҡманы, 150 мең һум аҡса кәрәк тиһәләр, икенсеһендә иһә 80 мең һум һорағандар. Ләкин был әбейҙәр ваҡытында полицияға мөрәжәғәт итә.
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһынан такси водителе Владимир Жевлаков бер әбейҙең аферистарҙан таланыуына юл ҡуймай. Уға телефондан әйтелгән адрестан төргәк алырға һәм тәғәйен урынға алып барырға заказ бирәләр. Таксист әйберҙе алырға ингәс, хужабикәне аптыранған ҡиәфәттә күрә. Өҫтәүенә ул: “Мин ун мең һум ғына йыя алдым, башҡа аҡса юҡ”, - тип һөйләнгән булған.
Водитель, нимә булды тип, хужабикәнән һораша башлай һәм уның мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлай.
Әбейгә бер кеше шылтыратып, һеҙҙең улығыҙ кеше тапатты, енәйәт эше асылмаһын өсөн 50 мең һум аҡса кәрәк тигән. Артабан аферистар тиҙ арала такси саҡыртҡан һәм водителгә аҡса һалынған төргәкте алырға ҡушҡан.
Шулай ҙа таксист ир әбейҙе, аҡсағыҙҙы бирмәгеҙ, тип өгөтләй алған. Ысынлап та, аҙаҡтан, хужабикәнең улы бер кемде лә тапатмауы асыҡланған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне