RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә “Диснейленд” төҙөләсәк

29.08.2013 Өфөлә “Диснейленд” төҙөләсәк

Өфөлә “Диснейленд” төҙөләсәк Рәсәйҙә генә түгел, бөтә Европала иң ҙур күңел асыу парктарының береһе оҙаҡламай Өфөлә төҙөләсәк. Франциялағы «Диснейленд», Испаниялағы «Port Aventura» һәм Германиялағы «Europa-Park» парктарынан бер ҙә ҡалышмаған комплекс М.Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашасаҡ.
Проектлаусы – Европаның парктар һәм аттракциондар проектлау буйынса иң ҙур компанияларының береһе (Baustudio Architects Associates) – төбәктең бөтә үҙенсәлектәрен, шул иҫәптән климатын иҫәпкә алған, шуға күрә комплекстың йыл әйләнәһенә эшләйәсәк япмалы өлөшө лә ҡаралған.
Декабрҙә паркта яңы күҙәтеү тәгәрмәсе эшләй башлаясаҡ. Уның бейеклеге – 48 метр (сағыштырыу өсөн: элеккеһенең бейеклеге 20 метр ине). Мәскәү һәм Сочиҙан һуң, был бейеклеге буйынса Рәсәйҙә өсөнсө күҙәтеү тәгәрмәсе буласаҡ. Шаршамбыла, 28 августа, Өфө мэры Ирек Ялалов уға тәүге нигеҙ ташын һалды.
Парк тематик зоналарға бүленәсәк. Улар йәмғеһе алтау буласаҡ: башҡорт милли, балалар, ғаилә, экстремаль, мажаралар һәм «Донъя халыҡтары архитектураһы» парктары. Һәр береһендә аттракциондар урынлаштырыласаҡ.
Шулай уҡ комплекста ретро-автомобилдәр музейы, балалар автомобиль юлы, уйын майҙансығы, ҡышҡы баҡса, кинотеатр, ресторандар, йәйге верандалар, яһалма күлдәр, боулинг, лабиринттар урынлашасаҡ. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы һыу аттракциондары эшләйәсәк. Паркты 2015 йылдың йәйендә асыу планлаштырыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне