RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Урлашҡан өсөн язаһын аласаҡтар

05.07.2013 Урлашҡан өсөн язаһын аласаҡтар

Урлашҡан өсөн язаһын аласаҡтар Белорет ҡалаһында йәшәгән 17 йәшлек ҡыҙ каникулдарын файҙалы үткәрергә теләп, өлкән кешене ҡарарға эшкә урынлашҡан. 89 йәшлек бабайҙың балалары уның менән килешеү төҙөй. Ләкин икенсе көндө ҡыҙ эшкә килмәй. Өҫтәүенә, өйҙә 100 мең һум аҡса юғалыуы асыҡлана. Зыян күреүселәр полицияға мөрәжәғәт итә. Күп тә үтмәй, бур ҡыҙ ҡулға алына. Был мәлгә ул аҡсаның яртыһын ювелир биҙәүестәр һәм башҡа әйберҙәр һатып алыуға тотонған була. Ҡара эше өсөн ҡыҙ енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Енәйәти эҙләү бүлегенең оператив хеҙмәткәрҙәре келәттән мебель урлаған ирҙәрҙе тапҡан. Шуныһы асыҡлана – улар ике-өс ай эсендә йөк автомашинаһы яллап, үҙҙәре эшләгән предприятиенан мебель ташыған. Артабан урланған әйберҙәрҙе ирҙәр дуҫтарына, таныштарына һатҡан, өҫтәүенә, үҙҙәренең фатирҙарына алып ҡайтҡан.
Был хәл оҙаҡ дауам итмәгән. Сираттағы ревизия ваҡытында келәттең хужаһы тауар етмәгәнлеген асыҡлаған һәм полицияға ғариза яҙған. Тәжрибәле оперативниктар енәйәтселәрҙе тиҙ асыҡлаған. Бурҙар ғәйебен таныған.
29 йәшлек егет һөйгәне менән осрашырға килә. Ләин ул иҫерек булғас, ҡыҙ тышҡа сығыуҙан баш тартҡан. Егет йорт алдында ҡыҙына сыҡ, тип ҡысҡырып торғанында, беренсе ҡаттағы фатирҙың асыҡ тәҙрәләрен күреп ҡала. Ул оҙаҡ уйлап тормай, эскә инә һәм бер кем дә булмаған фатирҙан ноутбукты алып сыға.
Был урлашыу тураһында полицияға билдәле була. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре егетте сәлдерелгән компьютерҙа эшләгән сағында ҡулға ала.
34 йәшлек ир ҙә үҙенең һөйгән йәренә күп мәшәҡәт килтерә. Ул да эскән көйөнсә ҡыҙына килә. Егетен индергәс, ҡыҙ уның янында булғыһы килмәй һәм өйҙән сығып китә. Иҫерек ҡунаҡ бер аҙҙан ҡайтырға йыйына. Бер ҙә йәйәү барғыһы килмәгән ир хужабикәнең «Форвард» маркалы велосипедына ултырып сығып китә.
Ҡыҙ тимер «ат»ының юғалыуын белгәс, был хаҡта полицияға белдерә. Бур тиҙ арала ҡулға алына, ләкин ул был мәлгә велосипедты һатып өлгөргән. Урлашҡаны өсөн элек тә хөкөм ителгән ир закон алдында яуап бирәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне