RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡ булығыҙ – аферист!

25.06.2013 Һаҡ булығыҙ – аферист!

Һаҡ булығыҙ – аферист! - Беләһегеҙме, ә һеҙҙең аурағыҙ хәле бик насар. Уны тиҙ арала таҙартырға кәрәк!
Белорет ҡалаһында йәшәүсе 74 йәшлек әбейҙе билдәһеҙ ҡатын тап ошо һүҙҙәр менән «Мәскәү йәрминкәһе» магазины янында ҡаршы ала. Әңгәмә барышында «экстрасенс» оло ҡатындың яңыраҡ ире үлеп ҡалыуын белә һәм, һинең бар бәләләрең тап шул үлем арҡаһында, тип белдерә. Шул мәлдә уларҙың янына ике ҡатын килә һәм ошо «экстрасенс»тан дауаланыуҙарын һәм тағы ла унан ярҙам һорауҙары тураһында әйтә.
Ләкин «имсе», әбейҙең сире көслөрәк, тип мөғжизәле ритуалдарын башҡарыуын дауам итә. «Экстрасенс» артабан әбейгә, өйөңдән бар аҡсаңды һәм банка менән һыу алып кил тип әйтә. Дауаланырға теләгән ҡатындарҙың берәүһе «ҡорбан»ды оҙатып бара.
Аҡсаны алып килгәс, «экстрасенс» доға уҡый һәм купюраларҙы яулыҡҡа төрөп, эйәһенә кире бирә һәм ике сәғәт буйы уны асмаҫҡа ҡуша. Ләкин ваҡыт үткәс, әбей 150 мең һум аҡсаһы урынына яулыҡ эсендә ҡырҡылған ябай ҡағыҙ киҫәктәрен табып ала.
Межгорье ҡалаһында йәшәүсе 39 йәшлек ир ҙә үҙенең кешеләргә артыҡ ышаныусан булыуы арҡаһында бәләгә тарый. Белорет - Өфө юлында, Сермән ауылынан 10 саҡрымда ул үҙенең автомобилендә китеп барғанда, ҡул күтәргән ике ирҙе ултырта. Улар водителгә Мәскәүгә юл күрһәтеүҙәрен һорай һәм бензинға аҡса бөтөүен белдерә.
Әңгәмә барышында, юлаусы ирҙәрҙең береһе водителгә үҙенең алтын сылбырҙарын һәм балдағын иң түбән хаҡҡа һатып алырға тәҡдим итә. Ул ризалаша һәм 16 мең һум аҡсаһын сығарып бирә.
Водитель ир артабан биҙәүестәрҙе Белорет ҡалаһындағы ломбардҡа тапшыра. Ләкин унда алтындарҙың ябай һары металдан яһалыуы асыҡлана.
Полиция хеҙмәткәрҙәре сираттағы мутлашыусыны – Учалы районында йәшәгән 26 йәшлек егетте асыҡлаған. Ул, водитель таныҡлығы алырға ярҙам итәм, тип белдереүҙәр таратҡан. Күп тә үтмәй, бындай документ алырға теләүселәр килеп сыҡҡан. Егет, үҙе Дәүләт автоинспекцияһында таныш-белештәре барлығын һәм водитель таныҡлығын эшләтә алыуы тураһында белдереп, уларҙың ышанысын яулай. Ул үҙенең «клиент»тарынан паспорттарының күсермәләрен, фотоһүрәттәр һәм 15 меңдән 30 мең һумға тиклем тәүге иғәнәне һораған.
Әммә заказсылар бер айҙан һуң да, ярты йыл үткәс тә автомототранспорт менән идара итеү хоҡуғын биргән документы ала алмай. Аферист егеткә шылтыратыусылар унан, тағы ла ваҡыт кәрәк тигәнде ишетә. Бер аҙҙан ул шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлай. Шунан һуң Белореттә йәшәүселәр полицияға мөрәжәғәт итә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса ойошторолған енәйәтселеккә ҡаршы көрәш район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыны ҡулға алған. Әлеге ваҡытта егет биш енәйәт факты буйынса ғәйепләнә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне