RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Салауат ҡалаһына яңы биҙәк өҫтәлде

31.05.2013 Салауат ҡалаһына яңы биҙәк өҫтәлде

Салауат ҡалаһына яңы биҙәк өҫтәлде Республиканың нефтехимия ҡалаһы Салауат үҙенең архитектураһы менән айырылып тора. Уның генераль планын XX быуаттың уртаһында Ленинградтан килгән архитектура белгестәре төҙөгән. Шуға күрә лә урамдарҙың схемаһы, биналарҙың урынлашыуы тап ошо ҡаланыҡына оҡшауы осраҡлы түгел.
Сәлауат ҡалаһы тағы ла үҙенең биҙәлеше менән айырылып тора. Бында күп ҡатлы йорттарҙың, биналарҙың стеналары социалистик реализм стилендәге паннолар бар. Уларҙа ҡаланың ғорурлығы булған спидвей мотоциклсыларының ярышы, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, фән һәм кешелек прогресы, йыһан, коммунизм темаһы күрһәтелгән.
Ошо көндәрҙә Салауатҡа «Мәктәп. Бишенсе элемент» урам ижады фестивале сиктәрендә Мәскәү, Санкт – Петербург, Пермь, Подольск һәм Өфөнән 13 рәссам килде. Улар Беренсе лицейҙың кесе бинаһы янында урынлашҡан ике туғыҙ ҡатлы йорттоң стеналарын биҙәне. Был фестиваль ҡаланың һәм «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (элекке «Салауатнефтеоргсинтез») 65 йыллығына әҙерлек сиктәрендә үткәрелде.
Рәссамдар йорт стеналарын фән, тәбиғәт, ижад һәм энергия темаларына биҙәгән. Тап ошолар балаларға белем биреүҙә төп ролде үтәй һәм улар мәктәптә бирелә. Ә бишенсе элемент идеяһына мәктәп инә, шуға күрә лә ижадсылар тап лицей янындағы йорттарҙы һайлаған. Биш элементтың берҙәмлеге ошо урында күренә лә инде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне