RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»

23.05.2013 «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ»

«Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ» Уҙған шишәмбелә баш ҡалалның Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ» исемле «түңәрәк өҫтәл» уҙҙы. Унда яҙыусы, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, БДУ-ның география факультеты доценты Инбер Яппаров, «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының юрисы Азамат Сирбаев, БДУ һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ҡатнашты. Һөйләшеү башында бүлек мөдире Айгөл Буранғолова кешелек тормошо яҡшырған һайын, тәбиғәтебеҙгә ҙур зыян килә, сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтарынан тирә-яғыбыҙ бысрана, тип экология мәсьәләһенең бөгөн бик актуаль булыуын билдәләне. Ул республикала барған экологик акциялар менән дә таныштырып үтте.
Азамат Сирбаев «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының бурыстары, эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Докладта яңғыраған көнкүреш ҡалдыҡтарының сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙә нисек һәм ниндәй миҡдарҙа эшкәртелеүе хаҡындағы сағыштырыуҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Доцент Инбер Яппаровтың сығышын айырым билдәләп үтке килә. Инбер Мөхәммәт улының экология проблемаларын яҡшы белеүе, уны сисеү юлдары буйынса төплө тәҡдимдәре иғтибарға лайыҡ. Ул урмандарҙың күпләп ҡырҡылыуына борсолоу белдерҙе, Урман кодексының эшләнеп бөтөлмәүе лә быға булышлыҡ итә, тине. Уның фекеренсә, республикаға инвесторҙарҙың килеүенә артыҡ ҡыуанырға ярамай, сөнки улар үҙҙәренән һуң ҡалған зарарлы ҡалдыҡтарҙы эшкәртмәй, был экологияға ҙур хәүеф менән янай.
Сабир Шәрипов та әҙәбиәттең экология проблемаларына иғтибар бүлгәнен билдәләп китте. Яңы ғына сыҡҡан «Ҡолонташ» китабында ла был тема ниндәйҙер кимәлдә сағылыш таба, тине. Сабир Нәғим улы ерҙәрҙең һатылыуына оло борсолоуын белдерҙе, былай булһа, бер нисә йылдан ауылда йәшәргә мөмкин булмауы ихтимал, тип әсенде. Уяу булырға саҡырҙы, халыҡтың ҡыйыуыраҡ булыуын теләне.
Йәнле осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы булды. Кешеләрҙең, айырыусы йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен күтәреү мөһим, тигән фекер менән «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ризалашты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне