RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Салауатта баҡса бурҙары тотолған

21.05.2013 Салауатта баҡса бурҙары тотолған

Салауатта баҡса бурҙары тотолған Яҙғы көн йылды туйҙыра. Ошо әйтемгә ярашлы, күптәр ял көндәре етеү менән үҙҙәренең баҡсаларына ашыға. Түтәлдәр яһау, йәшелсә ултыртыу, ағастарҙы тәрбиәләү – быларҙы барыһын да үҙ ваҡытында башҡарырға кәрәк.
Баҡсасылар менән бер рәттән бурҙар ҙа «эшкә» тотона. Төрлө ҡорамалдар, үҫентеләр, көнкүреш техникаһы уларҙың табышына әүерелә.
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында йәшәүсе 67 йәшлек ир баҡсаһындағы йорттоң тәҙрә быялаһы ярылғанын, велосипед, эш ҡоралдарының һәм аш-һыу кәрәк-яраҡтарының юҡлығын асыҡлай. Күршелә урынлашҡан баҡса йорттарын да бурҙар «таҙартҡан» була
Зыян күреүселәр шунда уҡ полицияның дежур часына шылтырата. Ваҡиға урынына оператив төркөм килеп етә. Яна исемле овчарка эт менән кинологтар тәүҙә ике баҡсаны тикшерә, ләкин унда хужалар эҙҙе тапап юйған була. Шулай ҙа өсөнсөһөндә, Яна еҫте һиҙеп, полиция хеҙмәткәрҙәрен юл буйында ташланған монтировкаға алып килә. Бурҙар тап ошо ҡорал менән баҡса йорттарын емереп ингән.
Артабан кинологтар урланған әйберҙәрҙе ташландыҡ йорттарҙың береһендә йәшерелеүе ихтимал булыуын тикшерә. Ысынлап та, асарбаҡтар төйәк иткән торлаҡта бензобысҡы, бензогенератор, велосипед, эш ҡорамалдары һәм кухня кәрәк-яраҡтары табыла. Ҡараҡтар был әйберҙәрҙе һатып өлгөрмәгән.
Бурҙарҙы асыҡлауы ҡыйын булмай. Уларҙың 32 йәшлек асарбаҡ һәм быға тиклем баҡсаларҙа урлашҡан өсөн хөкөм ителгән 29 йәшлек ир икәнлеге билдәләнә. Беренсеһе енәйәт ҡылыуы тураһында шунда уҡ белдерә, ә иптәше, урлашманым тип ғәйебен тана. Ләкин полиция хеҙмәткәрҙәре тап ошо кешеләрҙең баҡсалыларҙын мөлкәтен урлауҙары тураһында дәлилдәрҙе етерлек туплаған. Торлаҡҡа законһыҙ рәүештә инеп урлау енәйәте буйынса бурҙар алты йылға иректән мәхрүм ителәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне