RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Төндә лә китап уҡырға мөмкин

17.04.2013 Төндә лә китап уҡырға мөмкин

Төндә лә китап уҡырға мөмкин 19 апрель төнөнән 20 апрелгә тиклем Өфөлә «Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙасаҡ. Сараның маҡсаты – китап уҡыуҙы йәшәү рәүешенә әүерелдереү, уҡыусыларҙы китапханаларға ылыҡтырыу, кешеләрҙә әҙәби кимәл үҫешенә булышлыҡ итеү.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы ла был акциянан ситтә ҡалмай – «Библиоарбат» программаһын тәҡдим итә.
Сараны Мәскәүҙәге киң билдәле Арбат урамы менән бәйләү һис тә осраҡлы түгел. Билдәле булыуынса, китапхана алды йәйәүлеләр өсөн иҫәпләнгән һәм программа ла шул майҙанда үтәсәк. Ул бик мауыҡтырғыс төҙөлгән: бында билдәле персонаждар «тереләсәк», улар менән хатта фотоға төшөү мөмкинлеге бар, бушлай уҡыу билеты алғың килһә – рәхим ит. «Мине үҙең менән ал» китап күргәҙмәһе эшләйәсәк, йәғни үҙеңә оҡшаған китапты алырға була.
«Амнистия» тип аталған сара барышында китапханаға төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытында ҡайтарылмаған китаптарҙы тапшырырға була.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде, был төндә сәнғәт академияһы, училищеһы студенттары, «Амантай» ижади үҙәге, БДУ-ның «Йәнгүзәл» ансамбле сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Булат Йосопов киноклубының презентацияһы, Сергей Маджарҙың «Быуат буйлап сәйәхәт» күргәҙмәһе эшләйәсәк.
Барығыҙҙы ла күңелле «төндә» көтөп ҡалабыҙ!
Тамаша урыны: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4.
Башлана киске сәғәт 7-лә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне