RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баш ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур пландар ҡоролған

05.04.2013 Баш ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур пландар ҡоролған

Баш ҡаланы төҙөкләндереүгә ҙур пландар ҡоролған Өфө коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы баш ҡаланы төҙөкләндереү буйынса эскиз проекттары һәм генераль пландар эшләүгә заказ бирҙе. Конкурс документацияһына ярашлы, 26 ҡала объекты яңыртыласаҡ.
Дуҫлыҡ монументы янында 33 мең квадрат метр майҙанлы «Өфө ҡәлғәһе» комплексы булдырыласаҡ. Уға ярашлы, ҡала барлыҡҡа килгән урында урынлашҡан Михайлов, Наугольный, Никольский башнялары, ҡарауыл һәм Смоленск соборҙары, ҡыңғырау манараһы, воевода йорто, приказ өйө, иген келәттәре, йәшел аҙбар, туплы ҡорал аҙбарҙары ҡороласаҡ.
Проектҡа ярашлы, Салауат Юлаев проспектындағы 19 бина буяп биҙәләсәк. Мурманск тыҡрығы һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамы янындағы юл үткәргес эргәһендәге ағастар художестволы яҡтыртыласаҡ.
«Нур» театры янында ҡояш сәғәте, Рус дәүләт академия драма театры эргәһендә ролледром булдырыласаҡ.
Ленин урамында, Революция урамынан алып Ибраһимов бульварына тиклемге биналар яны, Пушкин һәм Зәки Вәлиди урамдарында йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндереләсәк. Зәки Вәлиди урамынан Революция урамына тиклем яңы тротуар плиткаһы түшәләсәк.
И.Якутов исемендәге парк, Киров районындағы «Көньяҡ» микрорайонындағы «Таш йылға» скверы, М.Ғафури урамындағы сквер, Октябрь районындағы Клавдия Абрамованың скверы тәртипкә килтереләсәк.
Спорт һарайын һәм Конгресс-холлды генераль план буйынса төҙөкләндереү ҡаралған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне