RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Малдар битарафлыҡ ҡорбанымы, әллә...

16.10.2012 Малдар битарафлыҡ ҡорбанымы, әллә...

Иглин районындағы билдәле тоҡомсолоҡ фермаһында сыҡҡан янғында тоҡомло йылҡылар, үгеҙҙәр янып үлә
 Малдар битарафлыҡ ҡорбанымы, әллә...
Йәкшәмбелә таңға табан Иглин районындағы ҙур ат үрсетеү фермаһында янғын сыҡҡан. Бында элиталы инглиз тоҡомло йылҡы, шулай уҡ тоҡомло үгеҙҙәр, башҡа мал да аҫралған. Янғынды һуңлап ҡына белеп ҡалғандар, паникаға бирелгән малды ҡотҡарыуы ла ауырлашҡан, 20 баш йылҡы һәләк булған. Улар ике тиҫтә йыллыҡ селекция эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ошо хужалыҡта үрсетелгән булған.
Малдар янғынға тиҙ бирешеүсе ҡурала тотолған, электр менән тәьмин итеү системаһы ла насар эшләнгән, был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн фермер хужалығы етәкселегенә бер нисә иҫкәртеү яһалған булған.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, чемпион, рекордсы ат та янып һәләк булған. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, матди зыяндың күләме 40 миллион һум самаһы.
Завод директоры Хәсән Иҙиәтуллин да, йылҡыларҙың яҡшы тоҡомло булыуына баҫым яһап, үкенесен белдерә. Уныңса, һарай­ға кемдеңдер ут төртөүе лә ихтимал. Сөнки тикшереү буйынса янғын ҡураның буйынан-буйына сыҡҡан.
Әле янғындың аныҡ сәбәптәре тикшерелә. Шунлыҡтан алдан ниндәйҙер һөҙөмтәләр яһауы ла мәғәнәһеҙ. Тик бер ғәйепһеҙ малдарҙың һәләк булыуы, уны ҡотҡара алмауҙары ғына күңелгә ҡыйын. Әгәр кемдер ысынлап ут төртһә, ул хужалыҡҡа ғына зыян эшләмәне, ә үҙенә лә мал ҡарғышын алды. Ә сәбәп сымдарҙың боҙоҡ булыуында икән, был иһә − битарафлыҡ билдәһе.
Фажиғә урынында БР Президенты Рөстәм Хәмитов та булды. Уның билдәләүенсә, хужалыҡты тергеҙеүгә ярҙам күрһәтеләсәк.

А. АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне