30.10.2019 Юл фажиғәләре - 29 октябрь
Кисәге республика юлдарында 8 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 7 кеше травмалар алған.
Көндөҙ Өфө ҡалаһының Азатлыҡ урамында ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-21099 менән "Volvo" автоцистернаһы бәрелешкән.
ВАЗ-дың 33 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.
Был фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау дауам итә.
Бер тәүлек эсендә эскән килеш машина йөрөткән 34 водитель тотолған, урланған машина табылған.
Комментарий өҫтәргә